Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Август 2018, 11:12

Футбол һөйөүселәр ярышты

Районда икенсе йыл рәттән футбол буйынса чемпионат үтте. Физкультура һәм спорт ко-митеты ойошторған был сара футболды популярлаштырыу, был уйынға күберәк кеше йәлеп итеү һәм көслө командаларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылды.

Районда икенсе йыл рәттән футбол буйынса чемпионат үтте. Физкультура һәм спорт комитеты ойошторған был сара футболды популярлаштырыу, был уйынға күберәк кеше йәлеп итеү һәм көслө командаларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылды. Май айынан башланып авгусҡа тиклем бөтәһе 12 тур булды.

Чемпионатта бөтәһе алты команда — «Атауҙы», «Иҙәш Ҡусҡары», «Уралтау», «Салауат Юлаев», «Северный» һәм «Михайловка» уйынсылары көс һынашты.

Һуңғы, хәл иткес турнир көнө айырыуса көсөргәнешле үтте. Спортсылар үҙ командаһын алға сығарыу өсөн сәмләнеп ярышты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында район хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Артур Дәүләтбаев турнирҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Чемпионаттың кубогына Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең «Северный» командаһы лайыҡ булды. Икенсе урында Таштимерҙән «Салауат Юлаев» һәм өсөнсөлә — Йәнгел биләмәһенән «Атауҙы» командалары. «Иң яҡшы ҡапҡасы» номинацияһында Венер Ахунйәнов билдәләнде, «Иң яҡшы һаҡсы» — Нур Минһажев, «Иң яҡшы һөжүмсе» — Азат Булатов, «Иң яҡшы бомбардир» — Альберт Буранов һәм «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһы Рәфис Үҙәнбаевҡа бирелде.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас в