Спорт
11 Сентябрь 2018, 05:26

Еңеү менән ҡайттылар

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты буйынса Европа чемпионаты уҙҙы. Бәйгелә беҙҙең райондан ике команда ҡатнашып, Әбйәлил намыҫын яҡланы.

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты буйынса Европа чемпионаты уҙҙы. Бәйгелә беҙҙең райондан ике команда ҡатнашып, Әбйәлил намыҫын яҡланы.

Ярышты республика хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры И. И. Фазрахманов асты.

— Йылҡысылыҡ башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе. Бөгөн дә ауылдарҙа был эш менән шөғөлләнеүселәр күп. Республика ат һаны буйынса алдынғы урында тора. Һуңғы йылдарҙа төбәктә тоҡомсолоҡ та үҫешә, — тине Илшат Илдус улы.

Чемпионат программаһында сабыштарҙан тыш, һыбайлылар биатлоны һәм ылаҡ уйыны булды. Был ярыш төрҙәрендә Әбйәлил командалары һынатманы. Күсмә халыҡтарҙың боронғо уйыны — ылаҡта Ғәлим Яуымбаев етәкселегендәге район йыйылма командаһы беренсе урын, Ярославна Кузнецованың командаһы икенсе урынға лайыҡ булды. Һыбайлылар биатлонында — ат өҫтөндә сабып барған көйө уҡтан атыуҙа Ғәлим Яуымбаев өсөнсө урынға сыҡты.

Район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов еңеүселәрҙе ҡотлап, Әбйәлил данын яҡлаусыларға рәхмәт белдерҙе, аҡсалата бүләктәр тапшырҙы.

— Быйылғы һабантуйҙа тәүге тапҡыр ылаҡ уйыны күрһәтелде. Был беҙҙең район өсөн әлегә ят спорт төрө, әммә уны үҫтерергә кәрәк. Баймаҡ, Учалы, Бөрйән райондары командалары был йәһәттән алға киткән. Мәҫәлән, баймаҡтар хатта Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша, — тине Рим Һатыбал улы. — Беренсегә бындай кимәлдәге ярышта ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең район спортсылары һынатманы, оло еңеү менән ҡайтты.

Тәбрикләү сараһында команданың капитаны Ғәлим Яуымбаевҡа, тренер Ярославна Кузнецоваға, Әбделмәмбәт һәм Сиҙәм мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары Назар Таһиров менән Фәнил Әүбәкировҡа район башлығы уңыштар һәм был спорт төрөнә күберәк йәштәрҙе йәлеп итеүҙәрен теләне.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас