Урал аръяғының Әбйәлил, Белорет, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Учалы ҡалалары командалары, бөтәһе 60-лап спортсы, тәғәйен ваҡытҡа Баймаҡҡа килеп етеп, сәмле ярышты башларға әҙер ҙә ине. Беҙҙең команданы дүрт кеше — Асҡарҙан Насип Фәттәхов, Нур Аллаяров, Әлмөхәмәт станцияһынан Рәйлә Шәрәфетдинова һәм Дәүләтшанан Айҙар Баһаув тәшкил итте. Спортсыларға теләк буйынса ике төрлө уйында ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Улар өҫтәл теннисы, новус, джаколло, шаффлборд, керлинг кеүек уйындарҙа көс һынашты. Ят исемле, ишетмәгән-белмәгән уйындар ҙа башта ҡыйыуһыҙ ғына тотонған спортсыларҙа сәм уятып, ҡыҙыу ярышҡа олғашты. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ Насип Фәттәхов шаффлбордта беренсе урын яуланы, почет грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләнде.