+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ноябрь 2018, 12:13

Спорт яңылыҡтары

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында бокс буйынса район беренселеге уҙҙы.

Боксерҙар көс һынашты

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында бокс буйынса район беренселеге уҙҙы. Өҫтәмә белем биреү системаһының 100 йыллығына арналған ярышта Т. Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе, Ҡаҙмаш, Сиҙәм, Дәүләт, Михайловка, Тупаҡ, Әбдрәш һәм Йәнгел мәктәптәренән бөтәһе 140 бала ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов спортсыларҙы сәләмләне һәм еңеүҙәр теләне. Раян Баян улы шулай уҡ ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған уҡыусыларға һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә значоктар һәм таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Көн оҙоно дауам иткән сәмле ярышта бер кемдә еңелергә теләмәне. Бокс буйынса район беренселегендә ҡатнашыусылар бөтәһе лә миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде, номинацияларҙа билдәләнде.

Д. САФИУЛЛИНА.

Көрәшселәрҙең сираттағы уңышы

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең йыйылма командаһы Белорет ҡалаһында Хәрби разведканың 100 йыллығына арнап уҙғарылға самбо буйынса беренселектә бил һынаны.

Тупаҡ ауылында тренерҙар Салауат Баһаув менән Зөфәр Шөғүров етәкселегендә шөғөлләнеүсе балалар лайыҡлы сығыш яһаны. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Замир Аҡмырҙин — беренсе, Руслан Йыһангиров икенсе урын алды. Азат Әхмәтов — «Иң яҡшы техника», Фәнис Йәр-мөхәмәтов һәм Вадим Нәжметдинов «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияларында билдәләнде.

Тупты оҫта һуҡтылар

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мини-лапта буйынса район беренселеге лә ҡыҙыҡлы үтте. Үҫмерҙәр командалары араһында беренсе урынды 1-се Асҡар урта мәктәбе командаһы ҡулдан ысҡындырманы. Икенсене — Дәүләт, өсөнсөнө Ишҡол мәктәптәре командалары яуланы. Ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы 1-се Асҡар, Ишҡол һәм Дәүләт лаптасылары бүлеште.

Уҡыусыларҙың XXI спартакиадаһы иҫәбенә ойошторолған «КЭС-БАСКЕТ» баскетбол лигаһының район чемпионаты көсөргәнешле барҙы. Спортсылар «Батыр»ҙа һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уйнаны. Үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Хәлил баскетболсыларына тиңләшеүсе табылманы, улар лайыҡлы рәүештә төп кубокты яуланы. Икенсе урында 1-се Асҡар урта мәктәбе, өсөнсөлә гимназия һәм Йәнгел мәктәптәре спортсылары билдәләнде.

Майҙансыҡта — 45 йәште уҙған волейболсылар

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 45 йәште уҙған спортсылар араһында волейбол буйынса район-ара турнир уҙғарылды. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр райондары, Иҫке Сибай ауылы командалары көс һынашты. Турнир еңеүсеһе исемен лайыҡлы рәүештә Әбйәлил волейболсылары яуланы. Бөрйәндәр — икенсе, йылайырҙар өсөнсө урында билдәләнде. «Иң оҫта уйынсы» номинацияһында Ирек Мусин, Искәндәр Юлдашев, Раян Мәхмүтов, Андрей Хабиев, Алексей Щипакин бүләкләнде.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: