+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Декабрь 2018, 18:28

Әбйәлилдән дүрт чемпион

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан Республикаһының тхэквондо буйынса XXVIII чемпионатында ҡатнашты.

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан Республикаһының тхэквондо буйынса XXVIII чемпионатында ҡатнашты. Республиканың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән йыйылған 450-нән ашыу спортсы спарринг, күрһәтмә комплекс кеүек дисциплиналарҙа үҙен һынаны.

Тренер Дим Вәлиев әйтеүенсә, чемпионатта Әбйәлилдән 10 спортсы ҡатнашһа, улар барыһы ла үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә оҫталыҡ, таһыллыҡ күрһәтеп, судьялар тарафынан лайыҡлы баһаланды. Данил Йәһүҙинға, мәҫәлән, үҙенән ауырыраҡ булған, ҡара билбау йөрөткән тхэквондо оҫталарына ҡаршы алышырға тура килде.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Идалия Шәрәфетдинова, Динар Әмиров, Данил Йәһүҙин һәм Ильнара Ғайсина бөтә дәғүәселәрен дә еңеп, чемпион исеменә лайыҡ булды. Данил Ҡужин өсөнсө урын яуланы. Афарин!

ГТФ буйынса Тхэквондо федерацияһы президенты Ф. Й. Латипов Әбйәлил спортсыларының сығышын юғары баһаланы һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла еңеүгә өлгәшеүҙәренә ышаныс белдерҙе.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: