+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2019, 12:01

Көрәшселәр Гусевҡа йыйылды

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе быйылғы йылдың тәүге ярыштарының береһе итеп Гусев урта мәктәбендә билбау көрәше буйынса район беренселеге уҙғарҙы.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе быйылғы йылдың тәүге ярыштарының береһе итеп Гусев урта мәктәбендә билбау көрәше буйынса район беренселеге уҙғарҙы.

Билбау көрәше менән Гусевта тренер Фәтих Сафиуллин етәкселегендә бер нисә йыл инде ныҡлап шөғөлләнәләр. Тәүҙә балалар үҙҙәрен төбәк ярыштарында һынап ҡараһа, хәҙер иһә республика, Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа ышаныслы сығыш яһайҙар.

Ярышты асыу тантанаһында ла флагты күтәреү хоҡуғы Рәсәй чемпионы, спорт мастерлығына кандидат Фаягөл Шәрипова менән Волга буйы федераль округы буйынса чемпионатта призлы урын алған Гүзәлиә Исҡаҡоваға бирелде.

Сараға йыйылған 50-нән ашыу спортсыны тәбрикләп һәм уңыштар теләп Гусев мәктәбе директоры Ирек Бәхтейәров сығыш яһағас, көрәшсе малайҙар — биш, ҡыҙҙар алты ауырлыҡ төркөмөндә бил һынашты.

Йәш тренер Өлфәт Шөғүров етәкселегендә Дәүләт урта мәктәбендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтеп, ярышҡа иң ҙур команда ҡуйҙы. Балаларын үҙ машиналарында алып килергә ваҡыт тапҡан ата-әсәләр иң дәртле көйәрмәндәр ҙә булып сыҡты. «Үҙе лә көрәш майҙанын ташламаған тренер Фәрит Шәриповтың тәрбиәләнеүселәре лә таһыллыҡ күрһәтте», — ти ойоштороусылар.

Еңеүселәргә килгәндә, малайҙар араһында үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә келәм батырҙары исемен Фәнгиз Хафизов, Филүс Хафизов (Гусев), Радмир Хисамиев, Илдар Хәмзин һәм Рамаҙан Юлдыбаев (Дәүләт) яуланы. Ә ҡыҙҙар араһында Елена Крупина, Гөлиә Шәрипова, Азалия Шәкүрова, Фаягөл Шәрипова (Гусев) һәм Дәүләт мәктәбенән Дияна Ирғәлина беренселекте ҡулдан ысҡындырманы. Дөйөм иҫәптә Гусев командаһы (һүрәттә) — беренсе, дәүләттәр — икенсе, Тал Ҡусҡары мәктәбе өсөнсө урында билдәләнде. Еңеүсе келәм батырҙарына район мәғариф бүлегенең дипломдары һәм миҙалдар тапшырылды.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.

Читайте нас: