Башҡа ауылдарҙа йәштәр кис һайын рәхәтләнеп сәкән һуҡҡанда, беҙ кемдән кәм әле, тип Салауат ауылында йәшәүселәр бер нисә йыл инде хоккей майҙансығы төҙөү тураһында хыяллана. Әмәлгә ҡалғандай, 2016 йылда салауаттар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуына әҙелек сиктәрендә уҙғарылған конкурста 3-сө урынға һәм 30 мең һумлыҡ премияға лайыҡ була. Ауылдаштар кәңәшләшеп, ошо аҡсаның бер өлөшөн хосписҡа бүлергә, ә ҡалғанына күптән ниәтләгән майҙансыҡты төҙөргә хәл итә.
Хоккей ҡапҡаһы өсөн тимер торбалар, каркас һатып алһалар, артабан ауыл халҡы кемеһе аҡса йыйып, кемеһе тимер торбалар килтереп әүҙем эш башлана. Бындай ҙур башланғыста бағымсыларһыҙ ҙа булмай, ДРСУ начальнигы Р. Аҡсурин, урман хужалығы директоры З. Абдуллин, Ғ. Зәйнуллин, К. Абдуллина, Т. Әхтәмов, Д. Шәйәхмәтов, И. Төлкөбаев төҙөлөш материалдары, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте. Салауат ир-егеттәренең һәм ҡатын-ҡыҙҙарының тырышлығы, өмәгә сығыуҙары арҡаһында бынамын тигән боҙ майҙансығы хасил булды. Йәштәр конькиҙар алып, буш ваҡыттарында сәкән һуғырға йыйылды, киске ауыл күңелле шау-шыуға күмелде.
Ошо көндәрҙә Салауат ауылы егете Рушан Әхмәтйәнов инициативаһы менән тәүге тапҡыр хоккей турниры уҙғарылды. Ярышты юғары кимәлдә ойоштороуға Рушандан тыш физкультура уҡытыусыһы Ринат Минһажев, ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева, Рәйлә Хафизова етәкселегендә Салауат мәктәбе коллективы, клуб мөдирҙәре Гүзәл Хафизова менән Нурия Һибәтуллина, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, бағымсылар Зариф Абдуллин, Ренат Мәһәҙиев, Данил Шәйәхмәтов, Илфат Төлкөбаев күп көс һалды.
Турнирға Озерный, Михайловка, Таштимер, Ҡужан һәм Салауат ауылдарынан хоккей һөйөүсе спортсылар командалары килде. Ҡыҙыу уйын һуңға тиклем дауам итте, спортсылар тәнәфес ваҡытында ҡайнар сәй менән дә һыйланды. Һөҙөмтәлә еңеүсе исеменә Салауат ауылы командаһы лайыҡ булды. Икенсе урынды — Озерное, өсөнсөнө Ҡужан ауылы хоккейсылары яуланы. Тимур Сәғитов — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Альберт Хамматов — «Иң яҡшы һаҡсы», Рәвил Абдулин «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияһында билдәләнде.