+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2019, 11:58

Ҡышҡы уйындар осоро

Финалда Асҡар һәм Атауҙы хоккейсылары осрашып, дөйөм иҫәптә тренер Азат Мортазин етәкләгән Асҡар командаһы еңеү яуланы.

Яңы йыл каникулдары осоронда Асҡарҙа ғына түгел, ауыл биләмә-ләрендә лә спорт залдары, хоккей майҙансыҡтары эшләп торҙо. Спорт һөйөүселәр баскетбол, волейбол һәм, әлбиттә, ҡыш миҙгеленең төп уйыны — хоккейҙа ярышты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең боҙ майҙансығында уҙған турнирҙа 4 команда көс һынашты, беренселекте, сағыу уйын күрһәткән «Аҡбуҙат» (Әлмөхәмәт) командаһы яуланы. Икенселә — Асҡар, өсөнсөлә Атауҙы хоккейсылары. Иң йәш хоккейсылар ҙа оҫталығын һынай алды. Атауҙыла 2006 йылғы һәм унан бәләкәй спортсылар араһында хоккей турниры уҙҙы. Үҙҙәренән дә ҙурыраҡ сәкәндәрен ышаныслы тотоп, боҙға ныҡлы аяҡ баҫты малайҙар, өлкән ағаларынан һис ҡалышмай, майҙансыҡты деү килтереп уйнанылар.

Финалда Асҡар һәм Атауҙы хоккейсылары осрашып, дөйөм иҫәптә тренер Азат Мортазин етәкләгән Асҡар командаһы (һүрәттә) еңеү яуланы. Ишбулат Ҡужин етәкселегендәге Атауҙы малайҙары — икенсе, Дәүләт хок-кейсылары (Өлфәт Шөғүров) өсөнсө урында билдәләнде.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: