+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль 2019, 11:27

Спортсыларҙың ҙур уңышы

Сибай ҡалаһында элекке ДЮСШ тренеры Михаил Гордеев иҫтәлегенә 50 йәште уҙған спортсылар араһында волейбол буйынса төбәк турниры уҙҙы.

Сибай ҡалаһында элекке ДЮСШ тренеры Михаил Гордеев иҫтәлегенә 50 йәште уҙған спортсылар араһында волейбол буйынса төбәк турниры уҙҙы. Ярышта ҡатнашҡан 7 команда араһында Әбйәлил волейболсылары ла бар ине. Команда составында Ирек Мусин, Фәнзил Ҡужәхмәтов, Андрей Хазиев, Руслан Баймөхәмәтов, Марсель Байбулатов, Милхәт Кирәев район намыҫын яҡланы. Өлкән ағайҙарына ярҙамға район йыйылма командаһы уйынсыһы, оҫта волейболсы Заһир Ғиниәтов та барҙы (командаға бер йәш кеше алыу мөмкинлеге бар ине ярыш шарты буйынса).

Уйын һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Әбйәлил уҙамандары яуланы һәм иҫтәлекле бүләккә, миҙалдарға лайыҡ булды.

Фәнзил Ҡужәхмәтов, Ирек Мусин һәм Милхәт Кирәев «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында ла билдәләнде. Афарин!

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: