+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2019, 17:03

Яугир иҫтәлегенә турнир

Йәнгел егете Рөстәм Шәйәхмәтов Абхазия менән Грузия конфликты барған мәлдә хәрби бурысын үтәй.

Йәнгел егете Рөстәм Шәйәхмәтов Абхазия менән Грузия конфликты барған мәлдә хәрби бурысын үтәй. Медбрат булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ бәләгә тарыған иптәштәрен ҡотҡарырға тип китеп барғанда минаға эләгеп, экипаж менән бергә һәләк була. 20 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән ҡустыһының ни кисергәнен үҙ иңендә һынап ҡарарға теләпме, әллә ҡайғы шауҡымынанмы ағаһы Азамат та контракт килешеүе төҙөп, Чечняға юллана, Рәсәй Армияһы сафында республикала законлылыҡты нығытыуҙа ҡатнаша.

Рөстәмдең исеме Йәнгел мәктәбендә мәңгеләштерелгән. Әлеге көндә уның еңгәһе (Азаматтың кәләше) Илүзә, ҡәйнеше иҫтәлегенә спорт ярышы уҙғарыу ниәтен тормошҡа ашырып килә.

Шулай итеп, Шәйәхмәтовтар ғаиләһе, Йәнгел урта мәктәбе һәм Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәте хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә 16 февралдә бокс буйынса район турниры уҙғара. Сара Йәнгел мәктәбендә 11 сәғәттә башлана.

Һүрәттә Азаматтың Абхазияға барып, ҡустыһы хеҙмәт иткән медсанчасть янындағы стеланың постаментына сәскәләр һалған мәлен күрәһегеҙ. Тәүҙәрәк был стелала һәләк булған Рәсәй һалдаттарының исемдәре уйылған була, һуңынан уны ни сәбәптәндер икенсе урынға күсерәләр.
Читайте нас: