+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2019, 13:05

«Мәргән уҡсы» клубы ойошторола

Интернетта, республика баҫмаларында уҡсылар хәрәкәте киң таралыуы тураһында уҡып беләбеҙ.

Интернетта, республика баҫмаларында уҡсылар хәрәкәте киң таралыуы тураһында уҡып беләбеҙ. Улар мәргәнлеккә көс һынашып республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй турнирҙарында, Ҡырғыҙстанда, Венгрияла уҙған күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша. Тик уҡсылар араһында, еңеүселәр исемлегендә әбйәлилдәрҙең әҙ булыуы күңелде ҡыра ине. Бына һөйөнөслө яңылыҡ: 11 февралдән беҙҙә лә «Мәргән уҡсы» клубы үҙ эшен башлай. Башҡорт халҡының милли ҡоралы булған уҡ-һаҙаҡ менән эш итергә, мәргән атырға өйрәнергә теләһәгеҙ эш көндәрендә 19 сәғәттән, ял көндәрендә 14 сәғәттән «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына рәхим итегеҙ! Уҡ атыу серҙәренә Тал Ҡусҡары ауылы уҙаманы Рөстәм Баһаув төшөндөрәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8-987-142-26-76.
Читайте нас: