+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2019, 11:45

Ҡышҡы бәйге саҡыра

Хәлил ауыл биләмәһе 23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ҡышҡы бәйге уҙғара.

Хәлил ауыл биләмәһе 23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ҡышҡы бәйге уҙғара. Программала ат сабыштары, ылаҡ уйыны ҡарал-ған. Ат сабыштары түбәндәге төркөмдәрҙә уҙа:

- 2 йәшкә тиклемге таҙа тоҡомло һәм ҡатнаш ҡанлы аттар 1,6 саҡрымға ярышасаҡ;

- 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар — 2 км;

- 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар — 4 км;

- 4 йәшлек һәм унан өлкән башҡорт тоҡомло аттар — 6 км;

- эш аттары — 8 км;

- сана егеп ярышыусылар — 8 км;

- бәйге — 10 саҡрым.

Әбйәлил, Учалы һәм Баймаҡ райондарынан өс команда ылаҡ уйынында ҡатнашасаҡ.

Ярышты үткәреү урыны — Хәлил ауылы, башлана 11 сәғәттә.

Ат сабыштарында ҡатнашырға заявкалар би-реү һәм башҡа һорауҙар буйынса ойоштороусы-ларға 8-919-114-10-18, 8-917-353-46-22, 8-963-131-40-34 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Читайте нас: