+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2019, 11:42

Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар, Татлы төштәргә инербеҙ — шаһит булып ҡалған улдар

Локаль бәрелештәрҙә шаһит киткән егеттәрҙең исемдәрен мәңгелек итеү барыбыҙҙың бурысы.

Бандиттарҙы «Ҡыҙыл тәре» билдәһе лә туҡтатмай

«Красная Звезда» гәзитенең 1997 йылдың февраль айындағы һанында ошондай мәҡәлә баҫыла. «22 февралдә грузин-абхаз конфликты барған биләмәлә, Квишон ауылы эргәһендә ике террор акты ҡылынды, — тип яҙыла унда. — Тәүҙә миротворецтар тейәгән бронетранспортер минаға эләгеп шартлай. Рота командиры ныҡ йәрәхәтләнә. Уларға ярҙам итеү өсөн бер аҙҙан санитар машинаһында медиктар юлға сыға. Әммә ГАЗ-66 автомобиле тарлауыҡта электрон рәүештә идара ителеүсе, көсәйтелгән мина ярҙамында шартлатыла. Шартлатҡыс шул хәтлем көслө була: машина урталайға өҙөлөп, уның тәгәрмәстәре тирә-яҡҡа осоп китә. Санитар машиналағы өс медицина хеҙмәткәре ваҡиға урынында һәләк була». Миротворецтар сафында медсанчастә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ, Йәнгел ауылынан рядовой Рөстәм Шәйәхмәтовтың ҡайтыуына бер нисә ай ғына ваҡыт ҡалған ине, тик 20 йәшлек егеттең ғүмере Абхазия ерендә аяныслы өҙөлә. Уны һуңғы юлға хеҙмәттәше, Буранғолдан Азамат Заһитов һәм командир урынбаҫары оҙатып килә.

«Тиҙҙән хәрби хеҙмәте тула инде» тип ғәзиз улын көткән атай менән әсәйгә, арҡаһынан тупылдатып һөйөр һалдат улы урынына, цинк табут килеп төшөүе ни тиклем көс еткеһеҙ хәсрәт икәнен аңлауы ауыр түгел. Шулай булмаһа, Рөстәм тураһында һүҙ сыҡҡан һайын күҙ йәштәренә быуылып бер ни әйтә алмай торор инеме Миңзилә апай менән Ғәли ағай...


Беҙҙе үлем ала алмай хәтер тере тотҡан саҡта

Локаль бәрелештәрҙә шаһит киткән егеттәрҙең исемдәрен мәңгелек итеү барыбыҙҙың бурысы. Әгәр беҙ улар тураһында беләбеҙ, балаларыбыҙға һөйләйбеҙ икән, тимәк батырҙар онотолмаясаҡ, уларҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт быуындан-быуынға тапшырыласаҡ. Был йәһәттән былтыр районда ойошторолған «Боевое братство» ойошмаһы филиалының әһәмиәте ҙур. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйынында улар һәләк булған яуҙаштар иҫтәлегенә спорт ярышы үткәрергә кәрәк тигән ҡарарға килә. Тәүге булып был идеяны тап Рөстәмдең ағаһы менән еңгәһе — Азамат һәм Илүзә Шәйәхмәтовтар күтәреп сыға. Башлағас инде, урын-еренә еткереп үтәр кәрәк тип, улар эшкә дәррәү тотона. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Илүзә Мөҙәрис ҡыҙына бер туған ҡәйнеше Рөстәмде күрергә насип булмаған. Рөстәм 97-нең февралендә һәләк була, ә Илүзә Азаматҡа 97-нең ноябрендә тормошҡа сыға. Шулай ҙа был сараны әҙерләүгә иң күп көстө тап Илүзә һалды. Сценарий яҙҙы, йүгереп йөрөп бағымсыларын да тапты, баннер, вымпелдар эшләтте, спортсылар өсөн грамота һәм миҙалдарын юлланы.


Боксерҙар Йәнгелгә йыйылды

«Шәйәхмәтовтар мәктәп ишеген ҡыйыуһыҙ ғына асып инеп, ҡустыбыҙ иҫтәлегенә турнир үткәрергә ине тип мөрәжәғәт иткәс был беҙ тәҡдимде шатланып ҡабул иттек, — тине таҡтаташҡа веноктар һалыу тантанаһында Йәнгел мәктәбе директоры Илдар Ғәббәсов. — Беренсенән, беҙҙең белем усағында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған егеттәребеҙ Р. Шәйәхмәтов һәм Е. Медведевтың иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған, был — уларҙың тыуған ере. Икенсенән, ниндәй спорт төрөн һайларға тип оҙаҡ уйларға тура килмәне. Шәп тренер эшләй мәктәптә: Сиҙәм ауылынан Илнур Юлдыбаев балаларҙы бокс серҙәренә өйрәтә. Илнур Рәжәп улы шундай ынтылыш менән тотондо эшкә, судьялар тапты, тренерҙарҙы иҫкәртеп сыҡты. Боксерҙар ихлас әҙерләнде, ҡатнашырға теләүселәр ныҡ күп булып сыҡты, 40-ҡа яҡын ауырлыҡ категорияһы билдәләргә тура килде. Уның ҡарауы, был ҙур саранан һуң уҡыусылар мәктәп тышында торған таҡтаташҡа битараф ҡарап уҙмаясаҡ, кем иҫтәлегенә, ни өсөн ҡуйылғанын аңлап, бер-береһенә һөйләйәсәк. Патриотик тәрбиәнең асылы ла шунда».

Спорт залында Шәйәхмәтовтар Рөстәмдең шәхси әйберҙәренән, хаттарынан торған бәләкәй генә иҫтәлекле мөйөш әҙерләне, ә стенаға эленгән ҙур баннерҙан йәш һалдаттың моңһоу күҙҙәре баға ине.

Сараны асыу тантанаһында район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин, Рөстәмдең класс етәксеһе Ғәбиҙә Ғәлләмова, класташтары Иршат һәм Айнур һүҙ тотто, был турнир традицияға инһен тигән теләк белдерҙе. Ҡустыһы үлгәндән һуң үҙе лә «ҡыҙыу нөктә»не үткән Азамат Ғәли улының фекерҙәштәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рузил Низаметдинов, Салауат Хөснийәров, Илгиз Ялмырҙин, Ирек Рысҡужин һәм Радмир Ғиләжевтың хәрби кейемдәрҙә, миҙалдарын тағып килеүе, телмәр тотоуы тантанаға мәртәбә өҫтәне. Сараны Рөстәмдең кесе туғандары — ағаһы һәм апайының балалары Фидалиә менән Динирҙың моңло йырҙары биҙәне.

Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров яҡшы башланғыс киләһе йылдарҙа ла, башҡа ауыл биләмәләрендә лә дауам итһен тип теләне, батыр һалдат үҫтергән Миңзилә Сәхи ҡыҙы һәм Ғәли Зиннур улына, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Шәйәхмәтовтың исеме Йәнгел ауылындағы яңы урамға бирелеүе тураһында ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе.


Иң көслөләрҙе ринг билдәләне

Бокс турниры юғары кимәлдә үтһен өсөн тренер Илнур Юлдыбаев бар тырышлығын һалды. Урал, Йәнгел, Әбдрәш, Асҡар, Красная Башкирия һәм Михайловканан 80-гә яҡын спортсы килде. Баш судья Рамил Юлдыбаев ярыш шарттарын иғлан иткәндән һуң өсәр раундлыҡ ҡыҙыу алыш башланды. Рингтағы сығыштарҙы рефериҙар Салауат Әбделмәнов менән Марат Мәүлетдинов ғәҙел баһаланы.

Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә беренсе урындарҙы Д. Ғилманов, Т. Ғүмәров, Д. Ғәлиуллин, М. Хатапов, А. Ғилманов, Д. Әбсәләмов, А. Үткәлбаев, Р. Латипов, Ғ. Абдуллин (Йәнгел), И. Вафин, А. Амурзин, Д. Ғафаров, М. Әхмәтғәлин, Э. Шәрипов, Д. Лоҡманов, Т. Рысҡужин, В. Лобанов, Д. Тимофеев, Д. Ҡотоев (Асҡар), Э. Италмасов, И. Әхмәтов, З. Ишаев, И. Ҡолдәүләтов, А. Фазылов, С. Хәйбуллин, Х. Ишаев (Әбдрәш), З. Бараков, Д. Ғайсин, Р. Абдуллин (Михайловка), И. Түләкбаев, А. Дауытов, И. Әхмәтйәнов, Д. Йыһаншин, А. Мәүлетдинов, Н. Ишаева, А. Ғүмәрова (Урал) яулап, грамота һәм миҙалдар менән билдәләнде.

Шәйәхмәтовтар ғаиләһе Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә бокс буйынса I район турнирын уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар советына (Л. Сәғәҙиева), «Экстрим» клубына (Л. Әхтәмов), Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәтенә (Р. Ҡадиров) һәм Йәнгел урта мәктәбенә (И. Ғәббәсов), З. Шакироваға, Н. Махийәноваға, Е. Ноғомановаға, «Боевое братство» ойошмаһының Таштимер, Асҡар һәм Йәнгелдәге берләшмәләренә, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, Миңһылыу һәм Вәли Мөхәмәтшиндарға, Илнур һәм Рамил Юлдыбаев-тарға рәхмәтле.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: