Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Урал урта мәктәбе район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә 2008-2011 йылғы малайҙарҙан торған кескәй төркөм хоккейсылар араһында байрам матчы ойошторҙо. Ярыш уҙған йылда мәктәпкә «Башнефть» компанияһы бүләк иткән хоккей майҙансығында уҙҙы.
Һауа торошо көйһөҙләнеп, буран уйнап торһа ла, көн яманы ысын ир-егеттәр спортын үҙ иткән малайҙарҙы ҡурҡыта алманы. Район кубогы өсөн ярышҡа Атауҙы, Асҡар, Сиҙәм һәм Ташбулат ауылдары командалары сыҡты. ДЮСШ директоры Л. М. Усманов спортсыларҙы сәләмләп, уңыштар теләне.
Уйындар сәмле барҙы, ярыш ҡомары ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, боҙҙа йүгереп түгел, осоп йөрөгән малайҙар тирләп-беште, ә тоғро һәм дәртле көйәрмәндәр матч тамамланғансы майҙансыҡ төбөнән китмәне. Мәктәп ихатаһы ҡеүәтләгән, шайба һуҡҡан тауыштарҙан яңғырап торҙо.
Спортта көслөләр еңә. Тренер И. Ғ. Ҡужин етәкләгән Атауҙы командаһы ярышта ал бирмәне. Икенсе урынға сыҡҡан Сиҙәм (С. С. Әбделмәнов), өсөнсөлә билдәләнгән Асҡар командаһы уйынсылары (И. М. Ғәләүетдинов) лайыҡлы миҙалдарын таҡты. Еңеүгә ынтылыш, сәм өсөн Ташбулат командаһы ла (Л. Ә. Мөхәмәтдинов) билдәләп кителде.