2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡаршылап, район мәҙәниәт бүлегенең методик үҙәге малайҙар араһында башҡорт халыҡ уйындарына нигеҙләнгән «Ҡырҡты батыры» ярышын ойошторҙо.
Спорт һәм мәҙәниәтте дөйөмләштереүсе уртаҡ һыҙат — спорт мәҙәниәте тәрбиәләү. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уҙғарған спорт ярышы онотолоп барған халыҡ уйындарын тергеҙеүҙе, уларҙың рәт-сиратына өйрәтеүҙе һәм заман балаларын гаджеттарҙан айырып, бала саҡ иленә ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сара «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙҙы.
Батыр исеме өсөн Т. Кусимов исемендәге гимназияның һәм 1-се Асҡар урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары көрәште. Ярыштар 16-шар малайҙан торған ике төркөм араһында ҡыҙҙы һәм һәр ҡатнашыусының шәхси иҫәбендә лә мәрәйҙәр яҙылып барҙы.
Милли уйындарыбыҙҙа көстәр тиң, ярыш ғәҙел булырға тейеш. Уйынды башларҙан алда малайҙарҙың тән ауырлығы үлсәнде, көс талап иткән ярыштарҙа дәғүәселәр ауырлыҡ категорияһына ҡарап билдәләнде, шыбаға ла тоттолар.
«Өйрәк һәм төлкө», «Дүрт мөйөшләп арҡан тартыш» (һүрәттә) кеүек күмәк уйындарҙан тыш, ҡул көсөн һынап, ултырған килеш таяҡ тартыу, уҡ атып мәргәнлектә ярышыу, ҡороҡ ташлау кеүек шәхси беренселеккә ярыштар ҙа уҙҙы. Ярышты мәҙәни ял үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Рөстәм Баһаув алып барҙы. Заһит Ғәбитов иң ғәҙел хөкөмдар булды, Әлфиә Заһиҙуллина мәрәйҙәрҙе теүәлләне.
Дөйөм мәрәйҙәр буйынса гимназия командаһы еңеүсе булды. Ә шәхси иҫәптә 10-шар мәрәй йыйған Данир Танһыҡҡужин (гимназия) менән Ғәҙел Дәминов (1-се мәктәп) араһында өҫтәмә ярыш үткәрелде. Малайҙарға өс тапҡыр уҡтан атыу мөмкинлеге бирелде һәм мәргәнлектә алдырған Ғәҙел «Ҡырҡты батыры» исеменә лайыҡ булды. Данир — беренсе, Руслан Шакиров менән Артур Насибуллин — икенсе, Айҙар Ғәбитов, Вилдан Ишбулатов өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Еңеүселәрҙе методик үҙәк мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова ҡотланы, кубок һәм миҙалдар тапшырылды.