20 мартта «Ирәндек» лагерында арҙаҡлы яҡташыбыҙ — биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, тау саңғыһы, биатлон, велоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә арналған уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында район саңғы ярышы уҙа. Башлана — 12 сәғәттә.
Маҙһар Ситдиҡ улы Алсынбаев 1937 йылдың 1 ноябрендә Таштимер ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәптән һуң «Путь Ленина» колхозында хеҙмәт юлын башлай. Артабан Белорет металлургия техникумына уҡырға инә, бында велоспорт һәм еңел атлетика буйынса әүҙем шөғөлләнә. Ижевск металлургия заводында эшләй башлаған йәш белгес үҙе өсөн мауыҡтырғыс биатлон донъяһын аса. Нәҡ ошо осорҙа М. Алсынбаев саңғы, биатлон һәм велоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастеры нормативтарын үтәй.
1966 йылда Маҙһар Ситдиҡ улы Өфөгә ҡайта. Тренерлыҡ эшенә тотона, «Батыр» спорт клубын етәкләй. Дүрт йылдан «Труд» ирекле спорт ойошмаһының Башҡорт өлкә советына биатлон буйынса тренер итеп тәғәйенләнә. Яуланған юғары ҡаҙаныштары өсөн РСФСР-ҙың спорт комитеты бойороғо менән 1981 йылда биатлон мәктәбенә махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе статусы бирелә һәм уның беренсе директоры итеп яҡташыбыҙ ҡуйыла. Галина Куклева, Павел Муслимов, Максим Чудов, Филипп Шульман кеүек Рәсәйҙең билдәле биатлонсылары ошо мәктәптә ҙур спортҡа башланғыс ярған. Уларҙың һәр береһенең спортсы булараҡ үҫешендә ҙур хәрефтән остаз Маҙһар Алсынбаевтың ҡатнашлығы бар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул мәктәптең өмөтлө тәрбиәләнеүселәре Мария Косинова, Ольга Вилухина, Татьяна Зевахина, Елена Дарьиналарҙың күнекмәләрен ҡарарға йөрөй, тренерҙарға кәңәштәрен бирә, кәрәк сағында биатлосыларҙы борсоған һорауҙар буйынса юғарыла ултырған етәкселәрҙең ишеген шаҡый, унда ла абруйлы ветерандың һүҙе үтә.
Илдең иң яҡшы биатлон үҙәктәренең береһе һаналған Өфөләге «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөшө Маҙһар Алсынбаев исеме менән бәйле. Комплексты асыу тантанаһында беренсе булып һүҙ әйтеү хоҡуғы ла юҡҡа ғына уға — башҡорт биатлоны атаһына бирелмәй.
Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ул йәш һәм теремек, дәртле булып ҡалды. Спортҡа килеүсе йәш көстәр менән атҡаҙанған ветеран араһындағы тиҫтәләрсә йыл йәш айырмаһы ла һиҙелмәй ине, тип иҫкә ала биатлонсылар. М. С. Алсынбаев 2010 йылдың көҙөндә арабыҙҙан мәңгелеккә китте.