Магнитогорскиға йөрөп эшләй, тигәнде ишетһәк, күҙ алдына ғәҙәттә металлургия комбинаты килә. Әбйәлилдәр араһында комбинатта эшләүселәр етерлек, ә шулай ҙа күрше ҡаланың башҡа тармаҡтарында ла эш тапҡан райондаштарыбыҙ бар. «Металлург-Арена»ға хоккей матчтарын ҡарарға йыш йөрөйһөгөҙҙөр, моғайын. Уйын осорҙары араһында боҙҙо таҙартҡан машинаға оҫта идара итеүсе хеҙмәткәр Әбйәлилдән икән тип уйлап та бирмәйһегеҙҙер әле. Атауҙы ауылынан Марат Ишмөхәмәтовтың аренаға эшкә килеүенең тарихы бик үҙенсәлекле.
Йәнгел мәктәбен тамамла-ған егет, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында водитель, тракторсы һөнәрҙәрен алып сыға, артабан әрмегә саҡырыла һәм һалдат бурысын Ҡаҙағстанда, авиация ғәскәрҙәре сафында үтәй. Һөнәрселек училищеһы дипломының файҙаһын күрә: водитель булып хеҙмәт итеп, сержант званиеһында ҡайтып төшә. Артабанғы яҙмышын Йәнгел совхозы менән бәйләй — хужалыҡҡа водитель булып эшкә төшә. Атай нигеҙендә йортто нығытып, Атауҙыла йәшәй, ошо осорҙа өйләнә, кәләше Гүзәл менән ҡыҙ һәм улға ғүмер бирәләр. Ситтән ҡарағанда ябай ғына бер ғаилә тарихы тиергә булыр ине. Әммә Марат Ғилметдин улының йәштән спортҡа мөкиббән булыуын иҫәпкә алыр кәрәк. Йәнгел мәктәбендә уҡығанда ул тренер М. Стрелков етәкселегендә волейбол, көрәш менән шөғөлләнә, ә иң яратҡан спорт төрө — хоккей була. 90-сы йылдарҙа Атауҙы егеттәре команда төҙөп, шөғөлләнеп, ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәй улар, хатта республика кимәлендәге ярышҡа сығалар. Тырыш, ябай ауыл егеттәре һынатмай, оҫта спортсы итеп күрһәтә үҙҙәрен.
Улы Ғәлим тыуғас, Марат ағай уны мотлаҡ хоккейсы итәм тигән ныҡлы ҡарарға килә. Ауылда сәкән һуғып үҫкән спортсы ғына түгел, ә профессионал хоккейсы яһау була уның ниәте. Ошо маҡсатынан тайпылмай, ҡатыны менән кәңәшләшеп, Ғәлимде «Металлург» хоккей клубына тәрбиәгә бирәләр. Бының өсөн 5 йәшлек малайҙы Магнитогорскиҙағы балалар баҡсаһына, һуңынан хоккей клубы ҡарамағындағы мәктәпкә йөрөтөргә кәрәк була. М. Ишмөхәмәтов башта улын ауылдан йөрөтһә, һуңынан күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫ өсөн, ҡалала ҡуртымға фатир алып, күсеп китергә мәжбүр була. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе рус балаларынан тупланған «Металлург-98» командаһында берҙән-бер башҡорт малайы була Ғәлим. Башта русса аңламағанына эсе бошоп йөрөһә лә, атаһының хуплап тороуы, үҙенең ныҡышлығы арҡаһында һыр бирмәй, тиҫтерҙәре менән типә-тиң шөғөлләнә. Кәүҙәгә тос, конькиҙа оҫта йөрөгән үҫмер һаҡсы амплуаһында үҙен таныта, 14-се һан аҫтында команда намыҫын яҡлай.
Ғәлим ошондай уңыштарға өлгәшһен өсөн уның ата-әсәһенә хәленән килгәнен дә, килмәгәнен дә башҡарырға тура килә. Беренсенән, ҡуртымға алынған фатирға түләүгә аҡса кәрәк, икенсенән йәш хоккейсының экипировкаһына ҙур сығымдар талап ителә (сифатлы сәкән генә кәмендә 15 мең һум торғанын иҫәпкә алғанда, уйлап ҡарағыҙ! Ул сәкәне бер айға ла төтмәй, һына, үҫмер буйға үҫкән һайын формаһын да яңынан-яңы алырға кәрәк). Ғаилә тотҡаһы булған әсәй — Гүзәл Мирхәйҙәр ҡыҙы аталы-уллы Ишмөхәмәтовтар ҡалала ҡытлыҡ кисермәһен тип ауылда 20 баш һыйыр, 30 башҡа яҡын һарыҡ аҫрарға, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡош-ҡорт тәрбиәләргә өлгөрә. Уның араһында мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләп тә йөрөй. Бына ҡайҙа ул ҡаһарманлыҡ!
Ә Марат ағай Магнитогорскиҙа эш эҙләй торғас үҙенә лә, улына ла иң уңайлы вариантты таба. Әлеге лә баяғы һөнәре ярап ҡала — «Металлург-Арена» боҙ һарайына «Замбони-528» боҙ таҙартыу машинаһы водителе итеп алалар уны. «Төрлө машиналарҙы күп йөрөткәс, был техникаға ла тиҙ төшөндөм, — ти Марат Ғилметдин улы. — Башта ул боҙҙо махсус щетка ярҙамында ҡырып сыға, шунан 50 градус эҫелектә булған һыу ҡойоп тигеҙләйһең. Әйткәндәй, ҡайнар һыу тиҙерәк һәм тигеҙерәк туңа икән, бының үҙ технологияһы бар». Арена хеҙмәткәрҙәре араһында ихтирам ҡаҙана М. Ишмөхәмәтов. «Металлург»та эшләгәс, үҙебеҙҙекеләр — «юлаевсы»лар килгәндә кем өсөн янып-көйәһегеҙ?» — тип һорамайса булдыра алманым әңгәмәсемдән. «Һөрәнләп, ҡеүәтләп тороп булмай инде, шулай ҙа бөтә күңелем менән «Салауат Юлаев» өсөн «ауырыйым», — тип йылмая һәм быйыл Башҡортостан хоккейсыларының ҙур уңышҡа өлгәшеренә өмөтөн йәшермәй ул.
Ә Ғәлим Ишмөхәмәтов атаһының хыялдарын аҡлай. Континенталь хоккей лигаһында уйнамаһа ла («Металлург-Магнитогорск» командаһының төп составына эләгеүе бик ауыр, селекция көслө була. Ғәлимдәрҙең төркөмөнән командала бөгөн Григорий Дронов ҡына боҙға сыға), шәп хоккейсы тигән даны сыҡты уның. Башта Марат ағай улын ҙур боҙҙа тәжрибә туплаһын тип, И. Заславский етәкләгән Орск хоккей клубына ебәрә. Был команда составында йәш яҡташыбыҙ Йәштәр лигаһында сығыш яһап, Рәсәй кимәлендә өсөнсө урын яулауға өлгәшә. Бынан тыш Ғәлим Әбйәлил йыйылма командаһы менән республика турнирында ҡатнашып, «Иң оҫта һаҡсы» номинацияһында билдәләнә.
Магнитогорск хоккей клубын уңышлы тамамлап сыҡҡас, тренер булыу ниәте менән СиБДУ-ның физкультура факультетына инә, ошо йылда уҡ Сибайҙың «Горняк» командаһы өсөн уйнай башлай. «Горняк» егеттәре Газпром хоккейсылары менән осрашҡанда, һуңғыларының етәксеһе шәп райондашыбыҙҙы шәйләп, үҙ яғына саҡырыуға өлгәшә. Шулай итеп, бөгөн Ғәлим Марат улы «Газпром» хоккей командаһы намыҫын яҡлай, республика газ хеҙмәте араһында үткәрелгән ярышта беренселекте яулайҙар, «Иң яҡшы уйынсы» булараҡ бүләкләнә. Егеттең оло еңеүҙәре алда әле. Ә бына малайҙарын Рәсәй генә түгел, Европала иң яҡшы клубтарҙан иҫәпләнгән «Металлург» базаһында шөғөлләнеүгә бар көстәрен һалған атай менән әсәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Марат Ғилметдин улы, Ғәлим бынан китһә лә аренала эшләүен дауам итә, ике көн ялы тура килгәндә, ауылдағы бөткөһөҙ мәшәҡәттәренә сума. Пай ере алғандар, унда бойҙай, арпа сәсеп һаталар, үҙенең техникаһы — «Беларус» тракторы, йөк машинаһы булған уңған ир ауылдаштарына ла бесән әҙерләүҙә ярҙамлаша, ҡышҡыһын Атауҙы урамдарын ҡарҙан таҙартып ҡуя. Әйткәндәй, күмәк малдың һөт-ҡаймағын ҡайҙа итергә белмәй аптырайһы түгел Гүзәл апайға: аренала эшләүсе хеҙмәттәштәре Марат ағайҙың ауылдан килгәнен көтөп кенә, заказдарын биреп тора. Ни тиһәң дә яҡын белешенән, таҙа ауыл һөтөн, ҡаймағын, эремсеген алырға ярата ҡала кешеләре.
Бына шулай, әллә нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалаға йөрөп эшләүҙе, уның араһында ауылдағы донъяһын һүҙ тейгеһеҙ итеп алып барыуҙы бер ҙә ҡыйын күрмәгән, балалары, ҡатыны өсөн йән атып торған уҙаман йәшәй Атауҙыла. Уның тормошо һәр беребеҙ өсөн өлгө булырлыҡ.
Һүрәттә: Ғәлим Ишмөхәмәтов (өҫкө рәттә уңдан алтынсы) Орск хоккей клубында уйнаған осор.