Баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының тәүге этабы үтте.
Ат спортын һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙе пропагандалауға йүнәлтелгән бәйгелә Әбйәлилдән Илгизәр Ишбаевтың, Ғәлим Яунбаевтың, Илмир һәм Язар Таһировтарҙың, Яна Кузнецованың аттары ҡатнашты, йәғни беҙҙең райондан бәйгегә бөтәһе 8 ат сыҡты.
Әбйәлил, Баймаҡ, Дыуан, Әлшәй райондарынан килгән башҡорт тоҡомло аттар иң элек үҙ-ара үҙҙәренең район хакимиәттәре кубогына ярышты.
Беҙҙең район дүртенсе заезда бәйгегә сыҡты. Иң беренсе булып финиш һыҙығын Ғаяз ҡушаматлы атында Винарис Вәлиев (И. Ишбаев) үтте. Икенсе булып Толпарҙа Илһам Таһиров (Ғ. Яунбаев) килде. Өсөнсө урынды ла Илгизәр Ишбаевтың аты алды, Аҡбуҙатта жокей Наташа Абдуллина ярышты. Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Илдар Нафиков тәбрикләне, уларға кубоктар тапшырҙы.
Дөйөм иҫәптән тыш өс заезд булды. «Башҡорт шихандары» тәбиғи-тарихи ҡомартҡы призына өс йәшкә тиклемге юртаҡтар, Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеү төҙөүгә 100 йыл тулыу уңайынан призға дүрт йәшлек юртаҡтар, «Башҡорт яҙы» призына Орлов тоҡомло юртаҡтар көс һынашты.
Артабан райондаштары араһында беренсе-икенсе урын алған дүрт район еңеүселәре финал ярыштарында уҙышты. Был заезда шуныһы үҙенсәлекле: еңеүсе жокейҙар йәрәбә буйынса эләккән «Аҡбуҙат» ипподромының бөтөнләй таныш булмаған аттарында сабышырға тейеш булды. Көсөргәнешле заезда 1-се һәм 2-се урындарҙы дыуандар яуланы, өсөнсөлөк әлшәйҙәрҙә. Һөҙөмтәлә Илдар Нурғәлиев иң яҡшы һәүәҫкәр жокей тип билдәләнде. Республика, Рәсәй бәйгеләрендә еңеүсе булған Винарис Вәлиевтың аты, үкенескә ҡаршы, был дистанцияла һынатты.
Башҡортостан райондары араһында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры дауам итә. 4-5 район ҡатнашлығында үткән ошондай бәйгеләр ай һайын барасаҡ. Чемпионатта еңеүсе исемен алғандар республика көнөндә Башҡортостан башлығы призына үтәсәк финалда бәйгегә сығып, республиканың иң яҡшы һыбайлыһы билдәләнәсәк.
Ярыш көнөндә сағыу байрам төҫө алған ипподромда шулай уҡ ҙур күргәҙмә эшләне. Рәхмәт ауылынан Идия Ғәлимова башҡорт милли аш-һыуынан, Сафия Мансурова милли кейемдәрҙән бай күргәҙмә әҙерләһә, сарала ҡатнашыусылар ағас оҫтаһы Шәфҡәт Кәримовтың ҡул эштәрен ҡарап һөйөндө.
Әбйәлилдең йөҙөк ҡашы — «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығыштары мәҙәни программаға биҙәк өҫтәне.