«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексының тхэквондо түңәрәге (тренер — Дим Вәлиев) тәрбиәләнеүселәре Ҡазан ҡалаһында Тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге сиктәрендә үткән Төҫлө билбауҙар фестивалендә ҡатнашты. Был хоҡуҡты йәш райондаштарыбыҙ Тхэквондо буйынса асыҡ республика кубогында еңеүҙәре өсөн алғайны.
Чемпионат 17-һенән 22 апрелгә тиклем дауам итте. Әбйәлил намыҫын яҡлаусы спортсылар Рәсәйҙең 52 ҡала һәм төбәктәренән йыйылған тиҫтерҙәре менән көс һынашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар спарринг, асыҡ комплекстар (хьенг) һәм стоп-балл кеүек дисциплиналарҙа оҫталығын күрһәтте.
Төбәк, республика ярыштарында үҙҙәрен таһыллы спортсы итеп танытҡан райондаштарыбыҙ Ҡазанда бик лайыҡлы сығыш яһаны. Үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә йәшел билбау эйәләре, күп тапҡырҙар республика чемпиондары булған Идалия Шәрәфетдинова, Данил Йәһүҙин һәм Динар Әмиров тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионы исеменә һәм алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Бынан тыш, Динар стоп-балл буйынса ла алтын миҙал алды, ә Идалия стоп-балл дисциплинаһында — бронза, комплекстар буйынса көмөш миҙал яуланы. Дим Ғәлим улының кескәй тәрбиәләнеүсеһе — 10 йәшлек Виктория Кривель стоп-балл буйынса алтын миҙал менән бүләкләнде. Афарин!