+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май 2019, 11:25

Башҡортостан батырҙары Әбйәлилдә көс һынашты

Уҡыусылар араһында милли көрәш буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселеге быйыл Әбйәлилдә уҙҙы.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең календарь планына ярашлы, уҡыусылар араһында милли көрәш буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселеге быйыл Әбйәлилдә уҙҙы. Ҙур турнир СССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса беренсе чемпионы Харис Монасип улы Йосоповтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Өфө, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Стәрлебаш, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил һәм Дәүләкән райондарынан йыйылған спортсылар ике келәмдә бил һынашты. Сараны асыу тантанаһы ла юғары кимәлдә үтте. Йәш батырҙарҙы район башлығы Илдар Нафиҡовтан тыш, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, РФ Билбау көрәше федерацияһының вице-президенты Морис Йосопов, БР Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы етәксеһе, көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлдәр Рәхимова, республиканың ММА ҡатнаш һуғыш төрҙәре федерацияһының вице-президенты Заһир Түләбаев һәм башҡалар тәбрикләне.

— Бил бирмәҫ батырҙарҙы ҡунаҡсыл Әбйәлил ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Бөгөн һеҙ еңел генә категорияларҙа көс һынашһағыҙ ҙа, көрәш менән шөғөлләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, йылдар үткәс хөрмәтле Харис Йосопов кеүек данлыҡлы көрәшсе булып китерһегеҙ тип ышанам. Бөгөн был спорт төрө менән шөғөлләнеүгә бөтә шарттар ҙа бар.

— Милли көрәш һәр башҡорттоң ҡанында, сөнки ул борон-борондан ҡанбабаларыбыҙ үҙ иткән алыш төрө, — тип тәбрикләне йыйылыусыларҙы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. — Милли көрәш — ул беҙҙең йола, мәҙәниәт, тарих. Һәм ошо спортҡа йылдан-йыл ылығыусылар һаны артыуы яҡшы күренеш. Йосоповтар ғаиләһе милли көрәште популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Морис Харис улы ярҙамы менән күп мәктәптәргә, шул иҫәптән Әбйәлил белем биреү учреждениеларына көрәш келәмдәре ҡайтарылды. Ошо өмөттәрҙе аҡлауығыҙҙы, сағыу еңеүҙәр яулауығыҙҙы теләйем!

Лилиә һәм Радик Хәлиловтар етәкләгән «Сорнай» ансамбле бейеүселәренең дәртле сығышы матур теләктәрҙе йомғаҡланы һәм залда ҡыҙыу алыштар башланды. Стәрлебаш районы егеттәре баштан уҡ лидерлыҡҡа сыҡты, уларҙың ярышҡа төплө әҙерләнеп килеүҙәре, тәжрибәле булыуҙары күҙгә ташланды. Шулай ҙа Әбйәлил батырҙары ла бөтә республиканан йыйылған тиҫтерҙәренән ҡалышмаҫҡа тырышты, дәғүәселәрен таҙа ташлап, арҡаһына һалыуы менән тренерҙарын ҡыуандырҙы.

Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса төп кубокты һәм чемпион исемен Стәрлебаш районы командаһы алды. Икенсе урынға Әбйәлил көрәшселәре сыҡты. Өсөнсөлә иһә Мәләүез ҡалаһы командаһы билдәләнде. Айырыуса оҫталыҡ һәм таһыллыҡ күрһәткән көрәшселәр Йосоповтар ғаиләһе әҙерләгән махсус приздар менән бүләкләнде. Әбйәлил намыҫын яҡлаусы батырҙар араһында түбәндәге үҫмерҙәр призлы урындар яуланы: Рөстәм Хәйбуллин һәм Ғәлим Хәсәнов — беренсе, Айгиз Хәлилов, Илнар Килдейәров һәм Арсен Шәрипов — икенсе, Ильяс Ғиниәтов, Нияз Көмөшбаев, Айгиз Илбаҡтин, Арслан Яныбаев һәм Азамат Йәнбирҙин өсөнсө урын алып, БР Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: