+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2019, 12:02

Ҡырҙаста таһыл көрәшселәр үҫә

Ҡырҙас урта мәктәбендә төрлө спорт төрҙәрен үҫтереүгә, балаларҙың физик ныҡлығына етди иғтибар бирелә.

Ҡырҙас урта мәктәбендә төрлө спорт төрҙәрен үҫтереүгә, балаларҙың физик ныҡлығына етди иғтибар бирелә. Ауыл малайҙарын самбо алышына күрше райондың Таһир ауылынан килгән тренер Марсель Юлдашев өйрәтә. Уның эшенең төплө һөҙөмтәһе булып быйыл мәктәптә самбо буйынса ауыл биләмәһе башлығы кубогына ҙур район турниры үтте. Ярышты уҙғарыуға урындағы биләмә хакимиәте, мәктәп етәкселеге һәм спортты, сәләмәт тормошто үҙ итеүсе ҡырҙастар ҙур өлөш индерҙе. Вахта менән ҡырҙа эшләүсе егеттәр — Ансар Баймөхәмәтов, Айнур Бикйәнов, Айтуған Вәлиев, Айбулат Хөснөтдинов, Айрат Мәхмүтов бағымсы булып сығыш яһаны һәм еңеүселәр өсөн кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр ебәрҙе.

Турнирҙы асыу тантанаһында Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәйзуллин, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, район Советы депутаты Ҡотдос Ғәзизов сығыш яһап, көрәшселәргә сағыу еңеүҙәр теләне.

Район мәктәптәренән генә түгел, күрше Баймаҡ районынан да килгән 100-ҙән ашыу спортсы араһында алыш ҡыҙыу барҙы, йәш кенә батырҙар ҙа бил бирергә теләмәй, ихлас көрәште. Дөйөм иҫәптә Ҡырҙас мәктәбе уҡыусылары лайыҡлы рәүештә кубокты алды. Икенсе урында Салауат Баһаув етәкселегендә шөғөлләнеүсе Тупаҡ ауылы командаһы булһа, өсөнсөлә — темәстәр.

Ҡырҙас ауылы намыҫын яҡлап, призлы урындар яулаған батырҙарҙың исемдәрен дә яҙып үтке килә: Умар, Ибраһим, Арслан, Муса һәм Рушан Баймөхәмәтовтар, Аслан Хәйруллин, Малик Ғүмәров, Тимур Ялмырҙин һәм Абдулла Рысҡужин — беренсе, Ильяс Хәйруллин, Сөләймән Баймөхәмәтов, Ғайса Ғәйзуллин, Йәмил Аҙнағолов — икенсе, Айназ Минһажев өсөнсө урын алып, ата-әсәләрен һөйөндөрҙө.

Р. БАЙМӨХӘМӘТОВА,

китапханасы.
Читайте нас: