+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июль 2019, 17:40

Баллы, сәләмәт Башҡортостан сәфәргә сыҡты

«Сәләмәт быуын. Башҡортостан – Алтай. БАЛ» автоуҙышы бара.

Үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙа дәүләт һәм йәмәғәт институттарын, эшҡыуарҙарҙы берләштереү маҡсатында «Сәләмәт быуын. Башҡортостан – Алтай. БАЛ» автоуҙышы бара.
Кисә ул Өфө ҡалаһынан старт алды. 16 көн дауамында автоуҙышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙең 10 өлкәһе, крайы һәм республикаһы аша үтеп, 11 ҡалала туҡталасаҡ: Өфө, Пермь, Екатеринбург, Төмән, Омск, Горно-Алтайск, Бийск, Барнаул, Новосибирск, Ҡурған, Силәбе, Өфө. Унда халыҡ менән осрашыу, «түңәрәк өҫтәл»дәр, фекер алышыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан сәләмәт йолалар биләмәһе булараҡ күрһәтеләсәк. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 6240 саҡрым. Акция сиктәрендә 25 сара һәм формаль булмаған осрашыуҙар уҙғарыу планға алынған. Автоуҙышта дәүләт ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: