Ҡаҙмаш мәктәбе элек-электән көслө спортсылары менән дан тота. Белем усағында сәләмәт тормош алып барыу, физкультура менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирәләр. Сирек быуат тренер-уҡытыусы булып эшләүсе Азамат Әхтәмов атлы уҙаман ауыл балаларын спортҡа ылыҡтырыуға ҙур өлөш индерә.
1994 йылда Ҡаҙмаш урта мәктәбенә эшкә килгән Азамат Йомаҙил улы Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Бәләкәй сағынан спортҡа битараф булмаған, атаһы менән бергәләп йүгергән, турникта күтәрелгән, гер күтәреү, ушу, каратэ менән ҡыҙыҡһынған егет ихлас эшләй.
— Ул ваҡытта балалар буш ваҡыттарын интернет киңлектәрендә уҙғармай, саф һауала йүгереү, саңғыла йөрөүгә өҫтөнлөк бирә ине. Хәҙер телефон-компьютер күңелдәрен яулап алды. Шулай ҙа гер күтәреү менән шөғөлләнә башлағандар был спорт төрөнә мөкиббән китә, — ти тренер. — Сөнки ул үҙеңде формала тоторға, тәртипкә өйрәтә. Характер ныҡлығы, сыҙамлылыҡ тәрбиәләй, кире күренештәр менән дә мауыҡмайҙар.
Әле Азамат Әхтәмовтың ҡулы аҫтында 38 бала шөғөлләнә. Малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа был спорт төрөн үҙ иткән. Башланғыс кластар әҙерлек төркөмөнә йөрөһә, уртансы һәм ҙур төркөмдәр үҙҙәрен төрлө ярыш, бәйгеләрҙә һынап ҡарай. Әйтергә кәрәк, тренерҙың өмөттәрен аҡлай улар: төрлө кимәлдәге уңыш-ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп тора. Мәҫәлән, быйылғы район һабантуйында Азамат Йомаҙил улының тәрбиәләнеүселәре гел призлы урындарҙы яуланы. Гер күтәреү буйынса ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы булған Зенит Ҡотлоәхмәтов 75 килограммға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урын, ошо уҡ категорияла Рәлиф Ғәйфуллин икенсе урынға өлгәште. 75 килограммдан юғары категорияла Заһит Моталов алдынғылыҡты бирмәй, еңеүгә лайыҡ булды. Ул да ике тапҡыр республика чемпионы исемен алған. Башҡалар ҙа төрлө кимәлдәге ярыштарҙа үҙҙәрен күрһәтеп, Ҡаҙмаш мәктәбе исемен данлап тора. А. Әхтәмов үҙе лә оҙаҡ йылдар йәш быуында физкультура һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләгәне, намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап наградаларға лайыҡ. 2015 йылда районда һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнеүе, БР мәғарифы алдынғыһы исемен йөрөтөүе быға дәлил.
Спортсы ғаиләһендә лә уңған. Хәйбулла һылыуы Розалина менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Балалары ла атаһы кеүек спортҡа битараф түгел. 7-се класҡа барасаҡ ҡыҙҙары Тәнзилә гер күтәреү менән етди шөғөлләнә, ике мәртәбә Башҡортостан чемпионы исемен яулаған. Бынан тыш, өлгөр ҡыҙ йүгерә, саңғыла һәйбәт йөрөй. Быйыл өсөнсө класта уҡыясаҡ Нурания ла апайынан ҡалышмай. Биш йәшлек Нуриманға ла ҙур өмөттәр бағлай атаһы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Азамат Йомаҙил улы бер эштән ҡурҡмай. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫырай, йәй дауамында бесән эшләй, кәрәк булһа ташсы ла, өй күтәрә, баҡса үҫтерә.
25 йыл ғүмерен Ҡаҙмаш уҡыусыларын һау-сәләмәт итеп тәрбиәләүгә арнаған Азамат Әхтәмовты һәм башҡа спорт һөйөүселәрҙе Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, һынмаҫ рух, сәм, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Һүрәттә: Азамат Әхтәмов (аҫҡы рәттән һулдан беренсе) район һабантуйында тәрбиәләнеүселәре һәм коллегалары менән.