+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2019, 11:54

Әбйәлил егеттәре республика намыҫын яҡлаясаҡ

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фәрит Шәрәфетдинов етәкселегендәге лапта буйынса район йыйылма командаһы Удмурт Республикаһына юлланды.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фәрит Шәрәфетдинов етәкселегендәге лапта буйынса район йыйылма командаһы Удмурт Республикаһына юлланды.

Үҫмерҙәр быйыл Өфөлә һайлап алыу турын уңышлы үтеп, республика чемпионы исемен алғайны. Был еңеү уларға Лапта буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан исеменән сығыш яһарға хоҡуҡ бирҙе.

Районда һәм республикала алдынғылыҡты бирмәгән 15 – 17 йәшлек үҫмерҙәрҙе Фәрит Миҙхәт улы 5-се кластан алып өйрәтә. «Сыҙамлы, йылғыр, шәп тиҙлектә уйнай белгән был команда менән яулаған еңеүҙәребеҙ байтаҡ, — ти тренер. — Өсәүһе быға тиклем Рәсәй чемпионатында сығыш яһарға өлгөрҙө, ҡалғандары бер нисә тапҡыр республика чемпионы исемен йөрөтә». Команда составында Рәсәй кимәлендәге ҙур сарала Ильяс Хәлилов, Нур Фәттәхов, Артем Шәрәфетдинов, Салауат Сәйәхов, Ласын Билалов, Тамерлан Дәүләтбирҙин, Тимур Тайыпов, Илмир Әхтәмов һәм Данила Ғәлиуллин сығыш яһаясаҡ. Тренерҙан тыш уҡыусыларҙы мәртәбәле ярышҡа судья Инсаф Ғилманов та оҙатып бара, сөнки беренселектә ҡатнашыусы Рәсәйҙең 18 төбәге үҙ судьяһын тәҡдим итергә бурыслы.

Лапта оҫталары өр-яңы спорт формаһы, бутсылар, башҡа кәрәкле экипировка менән тәьмин ителде. Уларҙы алыҫ юлға ДЮСШ директоры Ласын Усманов оҙатып, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалды.

Аҡ юл һеҙгә, уңыштар юлдаш булһын!

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: