+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2019, 11:12

Пенсионерҙар спартакиадаһы үтә

24 августа Өфөгә спорт һөйөүсе бөтә Рәсәй пенсионерҙары йыйыласаҡ

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, "Рәсәй пенсионерҙары союзы" менән берлектә 24-нән 27 авгусҡа тиклем Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһын ойоштора. 2014 йылдан алып үткәрелгән был сара хаҡлы ялдағыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙе маҡсат итә. Баш ҡалаға спорт яратыусы 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Спартакиадала Рәсәйҙең 76 төбәге һәм ете сит ил вәкиле ҡатнашыуға теләк белдергән. Ярышты тантаналы асыу "Динамо" стадионында 24 августа 19 сәғәттә башлана.
Читайте нас: