Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовтың күрһәтмәһенә ярашлы, иртәгә — 21 сентябрҙә беҙҙең район «Милләттәр кросы» Бөтә Рәсәй спорт сараһына ҡушыла. Ойоштороусы булараҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе сығыш яһай.
Кросс район һабантуйының элекке урынында — Асҡарҙың Төньяҡ биҫтәһе яғында уҙасаҡ. Йүгереү буйынса ярыштар 11 сәғәттә башлана. Унда медицина рөхсәте булған һәр кем ҡатнаша ала.
Тәүге, 400 метрлыҡ дистанцияла район хакимиәтенең бүлектәрендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, муниципаль район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район үҙәгенең ойошма-учреждениелары етәкселәре йүгерәсәк.
1978 – 1999, 1958 – 1977, 1945 – 1957 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым 1500 метрлыҡ дистанциялар булдырыла. Улар йәш төркөмдәре буйынса баһалана. Бер төркөмдә йүгергән спортсы икенсе дистанцияла сығыш яһай алмай.
«Милләттәр кросы» сиктәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн «Алтын көҙ кросы ла ойошторола. 5 – 6-сы кластар уҡыусылар 500 (ҡыҙҙар) һәм 1000 (малайҙар) метрға, 7 – 8-се кластар, ярашлы рәүештә 1000 һәм 2000 метрға, 9 – 10-сы кластар 2000 һәм 3000 метрға уҙышасаҡ.
Бынан тыш, мәктәп уҡыусыларының өс ҡыҙҙан һәм өс үҫмерҙән торған командалары 1500 метрлыҡ дистанцияла көс һынаясаҡ.