+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2019, 12:05

Иң етеҙҙәр һәм сыҙамлылар асыҡланды

«Милләттәр кросы» Бөтә Рәсәй акцияһына Әбйәлил халҡы ла ҙур ихласлыҡ менән ҡушылды.

«Милләттәр кросы» Бөтә Рәсәй акцияһына Әбйәлил халҡы ла ҙур ихласлыҡ менән ҡушылды. Уҙған шәмбелә бер туҡтауһыҙ быҫҡып яуған ямғыр ҙа спорт һөйөүсе райондаштарҙың рухын һүндерә алманы: улар дәртләнеп үҙҙәрен етеҙлектә һынаны. Акция сиктәрендә быйыл «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашҡан Таштимер, Буранғол, Булат, Амангилде ауылдары командалары ла төрлө дистанцияларҙа финишҡа баҫты.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселеге һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева сәләмләне.

«Милләттәр кросы»нда ҡатнашыусылар араһында иң олоһо тип Таштимерҙан Венера Ғәбитова, иң йәш спортсы тип Рауилдән 18 йәшлек Замир Баһранов билдәләнде. Сәләмәтлекте нығытыуҙы, ял көндәрен файҙалы үткәреүҙе маҡсат иткән был сарала дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

30 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында призлы урындарҙы З. Баһранов, М. Ғәлимов, И. Итекәев яуланы. 40 йәштән өлкәндәр араһында беренсе урынға А. Ғәйнуллин лайыҡ булды.

30 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүсе исемдәрен И. Әхмәҙиева, М. Коробова, Н. Даушева алды. Үҙҙәренең йәш төркмдәрендә шулай уҡ Р. Ғәниева, В. Ғәбитова, З. Хәсәнова, Л. Йәһүҙина, Й. Моратшина пьедесталға күтәрелде.

Еңеүселәр грамота һәм миҙалдар менән бүләкләнде, үҙ-ара аралашып, яҡшы кәйеф туплап, киләсәктә бындай ярыштар йышыраҡ ойошторолһон тигән теләктә таралышты.

Ошо уҡ майҙанда мәктәп уҡыусылары «Алтын көҙ» ярышында ҡатнашты.

— Мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп уҡыусылары өсөн йыл һайын сентябрь айында «Алтын көҙ» кросы ойошторабыҙ. Ҡыҙ-малайҙар 500 һәм 1000 метрлыҡ дистанцияларҙа ярыша. Шулай уҡ ГТО нормативтарын тапшырыу билдәләнгән, — ти ДЮСШ директоры урынбаҫары, ярыштың баш судьяһы Рамил Фәтхуллин.

Был бәйгелә призерҙар исемен А. Мырҙина, Р. Шәғәлина, А. Ҡасимова, И. Садиҡов, И. Шахниязов, В. Абдрафиҡов алды.

1 километрлыҡ дистанцияла Д. Циулина, А. Сәйетғәлина, А. Сәғәҙәтова, 2 километрлыҡ арауыҡта үҫмерҙәрҙән Д. Ғайсин, Н. Хәлилов, М. Әхмәтғәлин призлы урындарға лайыҡ булды. Өлкән кластар араһында ошо уҡ дистанцияла А. Мортазина, Д. Мөхәмәҙиева, Н. Ишмөхәмәтова, ә 3 километрҙа Ғ. Хәйбуллин, З. Бараков, Ф. Баястанов призерҙар тип билдәләнде.

Дөйөм иҫәптә кубокты Байым урта мәктәбе яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Таһир Кусимов исемендәге гимназия һәм Рауил мәктәбе командалары бүлеште. Иң йәш ҡатнашыусылар Нәғим Таһиров, Ева һәм Богдан Коробовтарға бүләк тапшырылды.


Читайте нас: