Ярыштар новус, джакколо шаффлборд уйындары һәм өҫтәл теннисы буйынса үтте. Команданың һәр ағзаһы был уйындарҙа үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Әммә зачетҡа бары ике спорт төрө буйынса ғына һөҙөмтәләр индерелде. Ят уйындарҙа тәүгә ҡатнашһалар ҙа, күңелдәге еңеү ҡомары беҙҙең спортсыларға яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә булышлыҡ итте. Асҡарҙан Насип Фәттәхов, Клара Попкова, Сиҙәмдән Илнур Сафиуллин, Дәүләтшанан Флорид Кәримов призерҙар иҫәбендә бүләкләнде.