+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2019, 19:16

Йөҙ йыллыҡҡа арнап

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә.

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә.
Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 4-се «а» һәм «б» класы уҡыусылары был мөһим датаны үҙенсәлекле итеп билдәләне. Улар өсөн класс етәкселәре Нуриҙә Рәйес ҡыҙы Хисмәтова һәм Филүзә Әлхәм ҡыҙы Ғиниәтова велокросс уҙғарҙы. Алтын миҙгелдең матур көнөндә «тимер арғымаҡтар»ға атланып, кросс үтеү уҡыусыларға бик оҡшаны. Тәбиғәт ҡосағында сәй эсеп, күңелле уйындар, конкурстарҙан көс-ҡеүәт алғас, класс етәкселәренә һәм уларға ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәт әйтеп, уҡыусылар өйҙәренә таралышты.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: