+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Ноябрь 2019, 11:44

Еңеүселәр төбәк ярышында ҡатнашасаҡ

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Уҡыусыларҙың XXI спартакиадаһы иҫәбенә милли көрәш һәм гер спорты буйынса турнир уҙғарҙы.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Уҡыусыларҙың XXI спартакиадаһы иҫәбенә милли көрәш һәм гер спорты буйынса турнир уҙғарҙы. Ярыш шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Был осрашыуҙа еңеүсе спортсылар төбәк ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Көрәшселәр — 7, гер күтәреүселәр 10 ауырлыҡ категорияһында көс һынаны. Милли көрәш түңәрәктәре эшләгән филиалдарҙан туғыҙ мәктәп уҡыусыларынан тыш, был ярышҡа Белорет районы көрәшселәре лә килде. Улар келәмдә бил һынашып ҡына ҡалманы, тиҫтерҙәре менән тәжрибә лә уртаҡлашты.Ике тапҡыр еңелеүселәр төшөп ҡала барҙы, еңеүсе батырҙар артабан финалға сығып, бил ныҡлығын тағы бер мәртәбә иҫбатланы. Үҙҙәренең ауырлыҡ төркөмдәрендә чемпион исемдәрен Дәүләттән Илдар Хәмзин һәм Рамаҙан Юлдыбаев, Ишбулдынан Динир Садиҡов һәм Вилдан Питилимов, Сиҙәмдән Салауат Күҫәков, Әбдрәштән Хәкимйән Имаев һәм Гусевтан Арслан Яныбаев яуланы. Дөйөм иҫәптә Ишбулды (Р. Әбделғазин) мәктәбе беренсе урынға сыҡты, икенселә — Асҡар (И. Әбделғазин), өсөнсөлә Гусев (Ф. Сафиуллин) командалары.

Гер күтәреүселәр ауырлыҡ һәм йәш төркөмдәренә ҡарап, 6, 8, 10, 12, 16 һәм 24 килограмлыҡ снарядтарҙы күтәреп, ярышты. Таһыллыҡ талап иткән был спорт төрөндә ҡатнашыусы ҡыҙҙар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Ошоға тиклем Таштуй һәм Ҡаҙмаш ҡыҙҙары ауыр дисциплинала үҙен һынаһа, һуңғы осорҙа Буранғол, Ишҡол һәм башҡа мәктәптәрҙән дә гүзәл заттар бар.

Гер күтәреүселәр араһында беренселекте Ҡаҙмаш мәктәбенән Динислам Абдуллин, Урал Ҡаһарманов, Нуриман Солтанов, Нияз Әхтәмов, Салауат Ҡаһарманов, Таштуйҙан Данил Ғәлиуллин, Артур Ғәлин, Зариф Әһелов яуланы. Ҡыҙҙар араһында еңеүсе исеменә Тәнзилә Әхтәмова, Айгизә Ибраһимова, Дилара Хөснөтдинова (Ҡаҙмаш) Дилбәр Ҡаһарманова, Зөлфиә Дилмөхәмәтова (Ишҡол) лайыҡ булды. Мәктәптәр араһында призлы урындарҙы Ҡаҙмаш (тренер А. Әхтәмов), Таштуй (Р. Сафиуллин) һәм Буранғол (Х. Әхмәтов) командалары бүлеште.

Ошо уҡ көндө Йәштәр йортонда бокс буйынса район беренселеге лә уҙҙы. Унда Асҡар, Йәнгел, Әбдрәш һәм Сиҙәм ауылдарынан бөтәһе 60 спортсы көс һынашты. Рингта иң шәп боксерҙар исеменә Ихсан һәм Ирхан Хисмәтовтар, Роман Изгин, Диyар Ғәлиуллин, Арслан Хәйбуллин, Айнур Ғилманов, Арслан Вафин, Артем Мәүлетдинов, Зәйнулла Ишәйев, Илнар Түләкбаев, Данияр Ғафаров, Динислам Яуынбаев, Данил Белобров, Рамил Латипов, Илсур Әхмәтйәнов, Динислам Ҡотоев, Айҙар Дауытов, Дим Йыһаншин, Роберт Ризуанов, Даян, Айгиз Фазыловтар, Марат Әхмәтғәлин, Ғамил Абдуллин, Айбулат Амырҙин һәм Азамат Ғәлин лайыҡ булды. Команда иҫәбендә тәүге урынды Асҡар (тренеры И. Бараков) спортсылары алһа, икенселә — Йәнгел (И. Юлдыбаев), өсөнсөлә Сиҙәм (Р. Мәүлетдинов).

Р. МӘСӘЛИМОВА.

Читайте нас: