+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ноябрь 2019, 11:09
Өфөлә ГТО буйынса тест биреү өсөн яңы үҙәк асылды
“Динамо” спорт комплексында урынлашҡан ГТО буйынса тест биреү үҙәге 5 ноябрҙә эшләй башланы.
“Динамо” спорт комплексында урынлашҡан ГТО буйынса тест биреү үҙәге 5 ноябрҙә эшләй башланы. Үҙәк республиканың баш ҡалаһында быға тиклем дә бар һәм “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгенең ҙур булмаған бинаһында урынлашҡан ине, тик ул көн талаптарына яуап бирмәй башланы.
Нормативтарҙы теләгән һәр кеше бирә ала. Бының өсөн “Динамо” спорт комплексындағы тест биреү үҙәгенә паспорт һәм табиптан рөхсәт менән килергә кәрәк. Эш ваҡыты иртәнге сәғәт ундан киске етегә тиклем. ГТО комплексы һәр категория өсөн өс ауырлыҡ дәрәжәһен күҙаллай. Нормативтарҙы үтәгән өсөн алтын, көмөш йәки бронза билдә тапшырыла.
Граждандарҙы физкультура һм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты буйынса күҙаллана.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Яңылыҡ сығанағы:
https://pravitelstvorb.ru/ru/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы