+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ноябрь 2019, 12:37

Көрәш келәмендә, сатраш таҡта артында...

Ил башлығы В. Путиндың күрһәтмәһе буйынса Мәктәп уҡыусыларының спартакиадаһы иҫәбенә башҡа спорт төрҙәренән тыш, грек-рим көрәше лә индерелде.

Ил башлығы В. Путиндың күрһәтмәһе буйынса Мәктәп уҡыусыларының спартакиадаһы иҫәбенә башҡа спорт төрҙәренән тыш, грек-рим көрәше лә индерелде. Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарында нигеҙҙә милли көрәш, билбау көрәше кеүек спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирелһә лә, тәжрибәле тренерҙар көнүҙәк булған, ярыштар йыш уҙғарылған төрҙәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Улар милли көрәш секцияһы алып барыуҙан тыш үҙҙәренең тырышлығы һәм ДЮСШ етәкселеге ярҙамы менән самбо, дзюдо, грэпплинг кеүек алыш серҙәрен дә балаларға өйрәтә.

Быйыл грек-рим көрәше буйынса район кимәлендә тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, унда мәктәптәрҙән 10 команда спортсылары ҡатнашырға йөрьәт итте. Улар Асҡарҙа йәштәр йортонда бил һынаны. Кискә хәтле барған ярышта айырыуса Сиҙәм, Тупаҡ, Дәүләт филиалдарында шөғөлләнеүсе көрәшселәр таһыллыҡ күрһәтте. Үҙҙәренең ауырлыҡ төркөмдәрендә беренсе урындарҙы Даян Фазылов (Сиҙәм), Ирлан Мирсаев («Батыр» ФҺК-һы), Азамат Әхмәтов, Айҙар Әхтәмов, Алишер Усманалиев, Руслан Йыһангиров (барыһы ла Тупаҡтан), Нурлан Фәхретдинов һәм Роман Смехов (Дәүләт) яуланы.

Бынан һуң күп тә үтмәй еңеүселәр Бөрйән районы Собханғол ауылында уҙған грек-рим көрәше буйынса төбәк ярышында Әбйәлил намыҫын яҡланы. Үҙҙәренең ауырлыҡ төркөмдәрендә беренсе урындарҙы Рәмзил Әҡсәнов, Руслан Йыһангиров, Алишер Усманалиев, Айҙар Әхтәмов, Азат Әхмәтов (Тупаҡ), Даян Фазылов, Егор Климов (Сиҙәм), Нурлан Фәхретдинов (Дәүләт) — беренсе, Роман Смехов (Дәүләт), Илнар Түләкбаев (Сиҙәм), Линар Йәрмөхәмәтов (Тупаҡ) икенсе урындарға лайыҡ булды. Әбйәлил балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы чемпион исеменә һәм кубокка лайыҡ булды.

Баскетболсылар өсөн дә ноябрь ҡыҙыу миҙгел булды. Тәүҙә спортсылар Асҡарҙа «Оранжевый мяч» мәктәп баскетбол лигаһының район этабында ярышты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарында шөғөлләнеүсе оҫта спортсылар майҙансыҡта үҙҙәрен тулыһынса аса алды. Үҫмерҙәр араһында призлы урындарҙы Таһир Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе, Красная Башкирия урта мәктәбе командалары яуланы. Ҡыҙҙар араһында пьедесталдың төп баҫҡыстарына бер нисә йыл дауамында алдынғылыҡты бирмәгән Хәлил урта мәктәбе, Амангилде һәм 1-се Асҡар мәктәптәре командалары күтәрелде.

Иртәгәһенә лә ял эләкмәне туп ырғытырға яратыусы балаларға. Улар «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты сиктәрендә барған муниципаль этап ярышында осрашты. Бында үҫмерҙәр араһында Хәлил, Йәнгел һәм 1-се Асҡар мәктәптәре командалары тәүге өс урынды биләне. Ҡыҙҙар араһында ла ошо уҡ командалар мәрәйҙәр һаны буйынса дәғүәселәрен күпкә артта ҡалдырып, еңеүсе исемдәрен алды. Оҫта уйын күрһәткән командалар почет грамоталары менән билдәләнде.

Баскетболды үҙ итеүсе өлкән спортсылар иһә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап мауыҡтырғыс турнир уҙғарҙы. Ярышта төрлө төбәктәрҙән туғыҙ команда ҡатнашты.

Оҙаҡ һәм ҡыҙыу уйында беренсе урынды лайыҡлы рәүештә «Батыр» ФҺК-һының «Олимп» командаһы яуланы. Икенсе урында — 1-се Асҡар мәктәбенең «КЭС-БАСКЕТ» баскетболсылары булһа, өсөнсөлә Магнитогорскиҙан килгән «Амигос» спортсылары.

Бынан тыш ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Иң оҫта уйынсы» номинациялары билдәләнде. Был исемгә Эльмир Сафиуллин, Никита Пудовкин, Руслан Камалов, Данил Хәйруллин, Айгиз Байғәлин лайыҡ булды.

Полицияның генерал-лейтенанты, хөрмәтле Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Өфөлә үткән мәртәбәле турнирҙа райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашты. Әбйәлил намыҫын балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ете тәрбиәләнеүсеһе яҡланы. Рәсәйҙең 15 төбәгенән, Башҡортостандың ҡала-райондарынан килгән таһыллы көрәшселәр араһында яҡташ спортсыларыбыҙ һынатманы. Рәйес Әбделғазин етәкселегендә шөғөлләнеүсе Ишбулды ауылы батыры Ғаяз Шөғүров менән Фәрит Шәриповтың тәрбиәләнеүсеһе Арсен Шәрипов турнирҙың бронза миҙалдарына лайыҡ булды.


Шахмат буйынса район кубогының туғыҙ этабы ла тамамланды, тип хәбәр итә педагог Яхъя Ҡаҙаҡбаев. Шахматсылар ете этапта үҙҙәренең оҫталығын раҫлап, киләһеләрендә ҡатнашыу хоҡуғы ала барҙы. Һәр этап айырым турнир рәүешендә ойошторолоп, еңеүселәр билдәләнде.

Ә инде иң аҙаҡ үткән туғыҙынсы этапта чемпион исемен һәм кубокты Байым ауылынан Илдар Яҡупов ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Атауҙы уҙамандары Вил Әбдрәхимов менән Нуретдин Ишмөхәмәтов бүлеште. Малайҙар араһында 1-се Асҡар мәктәбе уҡыусылары, өмөтлө спортсылар Илдар Әмиров, Артем һәм Руслан Ашировтар призлы урындарҙы бүлеште.


Волейболсылар араһында «Иң көслөләр кубогы» үтте. Бында беренселекте Нил Ҡужәхмәтов етәкселегендә шөғөлләнеүсе Амангилде мәктәбе үҫмерҙәре ҡулдан ысҡындырманы. Икенселә — Салауат, өсөнсөлә Рәхмәт мәктәбе волейболсылары. Ҡыҙҙар араһында Ишҡол, Гусев һәм Амангилде мәктәптәре призлы урындарҙы бүлеште.

Р. МӘСӘЛИМОВА.


Читайте нас: