+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2019, 11:11

Бөтә донъя кубогы Әбйәлилдә үтә

Мәртәбәле ярышта 17 илдән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә.

7 – 8 декабрҙә Мауыҙҙы буйында, «Металлург-Магнитогорск» тау саңғы үҙәгендә ҙур спорт сараһы — Сноуборд буйынса Бөтә донъя кубогының I этабы уҙасаҡ.
Мәртәбәле ярышта 17 илдән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Улар параллель слалом һәм параллель слалом-гигант дисциплиналарында уҙышасаҡ.
«Яҡты-Күл» курорты биләмәһендә үткән ярышҡа ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, данлыҡлы спортсы Вик Уайльдтың килеүен дә көтәләр. Рәсәй йыйылма командаһы составына Бөтә донъя чемпионаты призерҙары Наталья Соболева менән Милена Быкова инде. Башҡортостан намыҫын гүзәл заттар араһында Наталья Кизина яҡлаясаҡ. Улар параллель слалом дисциплинаһында оҫталығын күрһәтергә ниәтләй.
Читайте нас: