Ауыл тормошона йән өргән, халҡын берләштергән, рух, сәм өҫтәгән «Сәләмәт ауыл» район конкурсы үҙенең ахырына яҡынлаша. Быйыл был матур бәйгелә Амангилде, Буранғол, Үтәгән, Булат, Туйыш, Таштимер, Шәрип, Ҡушый, Дәүләт, Тәпән, Юлдаш ауылдары ҡатнаша. Йыл дауамында конкурс сиктәрендә ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, ағинәйҙәр ҡоро берләшеп төрлө саралар уҙғарҙы. Улар араһында төрлө байрамдарға арналған кисәләр, спорт ярыштары, башҡа бәйгеләр үтте. Күптән түгел ошо ауылдарҙан килгән командалар «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Спорт һәм сәләмәтлек байрамында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиева ауылдарҙан дәррәү ярышҡа килгән командаларға маҡтау һуҙҙәрен еткерҙе. Ғаиләләре менән ҡатнашҡандарға, иң оло йәштәгеләргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов менән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов сәләмәт тормошҡа әйҙәгән бындай сараларҙың кәрәк һәм мөһим булыуын, кире күренештәрҙе бөтөрөүҙә әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне.
— Эш һүҙҙә генә ҡалмаһын. Ауылдың активы, шәп ғаиләләре, ололар йәштәргә үрнәк булһын, улар үҙҙәре алама ғәҙәттәрҙән ары торорға тейеш, — тине улар.
Командалар пневматик мылтыҡтан атыу, оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса нормативтар тапшырҙы. Һөҙөмтәләр буйынса үтәгәндәр беренсе, булаттар икенсе һәм таштимерҙәр өсөнсө урын яуланы.