+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Декабрь 2019, 12:00

Башҡортостан Рәсәйҙә спорт иң яҡшы үҫешкән төбәк тип табылды

Мәскәүҙә был юғары награда республика Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды

Башҡортостан менән бергә еңеүселәр исемлегенә Краснодар һәм Красноярск крайҙары эләкте. Беҙҙең республика халыҡтың тауыш биреүе арҡылы ышаныслы рәүештә беренсе урынға сыҡты.
Еңеүсе төбәк булараҡ Башҡортостан спортты һәм физик культураны үҫтереүгә РФ Спорт министрлығынан 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.
— Был награда меңәрләгән тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, спортсылар өсөн ҙур бүләк, — тине Радий Фәрит улы. — Рәсәй спортының бөйөклөгөн кәметмәү һәм бөтә ауылдарҙа йәшәүсе ҡыҙ һәм малайҙарға спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыу — беҙҙең төп маҡсаттар булып ҡала.
Милли спорт премияһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылған. Ул спортта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бүлгән төәбктәрәг бирелә. Премияның 11 номинацияһы бар.
Читайте нас: