+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Декабрь 2019, 11:16

Аҡыллылар уйынына битараф түгелдәр

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Үҫеү нөктәһе» үҙәгендә шахмат буйынса ярыш уҙҙы.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Үҫеү нөктәһе» үҙәгендә шахмат буйынса ярыш уҙҙы. Белем усағында зирәктәр уйынын популярлаштырыуҙы, шахмат буйынса оҫталыҡты күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста был юлы ғаиләләр менән көс һынаштылар. Шәмбе көнөндә ойошторолған турнирҙа 1-се – 6-сы класс уҡыусылары үҙҙәренең ата-әсәләре менән ҡатнашты. Бөтәһе 20 команда булды һәм улар араһында сәмле бәйге барҙы. Уйынсыларҙы судьялар Ә. Ә. Абдуллина менән А. Т. Италмасов баһаланы.

Көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы ярыш һөҙөмтәһендә шахматты иң яҡшы уйнаған командалар билдәләнде. 1-се – 3-сө кластар араһында беренсе урынды Сәғәҙәтовтар, икенсене Хисмәтовтар, өсөнсөнө Сабитовтар алды. 4-се – 6-сы кластарҙа Танһыҡкужиндар ғаиләһе иң күп мәрәй йыйып, беренселеккә сыҡты. Шафиҡовтар ғаиләһе икенсе урын яуланы. Көстәр бер тигеҙ булған Йәнбирҙиндар һәм Нишановтар ғаиләләре өсөнсө урынды бүлеште. Шәхси беренселектә 3-сө «б»нан Даниил Сабитов, 6-сы «в»нан Данир Танһыҡкужин иң яҡшылар тип билдәләнде. Ата-әсәләрҙән Лилиә Шафиҡова алдынғылыҡты бирмәне. Ярышта ҡатнашыусыларға грамота һәм бүләктәр тапшырылды.

Турнирҙы ойоштороусылар гимназияла шахматты үҫтереүгә ярҙам иткән ата-әсәләр һәм бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Наил Әхтәмовҡа рәхмәтле.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: