Бокс буйынса БР Мәғариф һәм фән минитсрлығы беренселегендә ҡатнашыуға республиканың район-ҡалаларынан 10 команда теләк белдерҙе. Беҙҙең район намыҫын ярышта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Асҡар, Йәнгел, Әбдрәш, Урал филиалдары спортсылары яҡлай. Сараны асыу тантанаһында йәш боксерҙарҙы БР Олимпия резервын әҙерләү һәм физик тәрбиә буйынса идаралығы начальнигы Марсель Йосопов, район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов, ярыштың баш судьяһы, БР мәғариф алдынғыһы Ғәйфулла Сарин сәләмләне. "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Л. Ғибәҙәтова һәм "Алтынай" өлгөлө бейеү ансамбле матур концерт номерҙары бүләк итте.