+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2019, 19:25

Чемпион да булыр әле...

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа инвалидтарҙа ҙур иғтибар йүнәлтелә. «Уңайлы мөхит» программаһы уларға тормош-көнкүрештәге ҡаршылыҡтарҙы еңергә, виртуаль киңлеккә тәҙрә асырға һәм дүрт мөйөштә генә сикләнмәй, йәмғиәттә үҙ урындарын табырға, һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итә. Көслө ихтыярлылар үҙҙәренең мөмкинлектәрен донъяуи кимәлдә лә һынай.

Әлеге мәлдә Италияла барған XIX Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәйҙән 42 спортсы ҡатнашыуы, улар араһында яҡташыбыҙ, район инвалидтар йәмғиәте ағзаһы Рысҡужа ауылы егете Зөлфир Зәйнуллиндың да булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. 28 илдән йыйылған спортсылар араһында Зөлфир тау саңғыһы спорты буйынса көсөн һынай. Йәш спортсының төрлө дисциплиналар буйынса һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
тауҙан тиҙлеккә төшөү – 10-сы урын;
супергигант – 15-се урын;
комбинация – 9-сы урын;
гигант слалом – 11-се урын;
слалом – 9-сы урын.
Былар ҙур спортҡа юл ярыусы Зөлфирҙең донъяуи кимәлдәге ярышта тәүге ҡаҙаныштары ғына. 21 йәшлек яҡташыбыҙҙың яулайһы бейеклектәре алда әле.
Читайте нас: