+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Декабрь 2019, 13:33

ГТО нормативтарын тапшырҙылар

Район инвалидтар йәмғиәтенең йылды йомғаҡлаусы ҙур сараларының береһе нәҡ ГТО нормативтарын тапшырыуға арналды.

Совет осоронда популярлыҡ яулаған ГТО нормативтарын тапшырыу традициялары илдә 2014 йылдан йәнә тергеҙелде. Халыҡты физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәтләндереүҙе, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат иткән, билдәле бер нормативтарҙы үтәүгә нигеҙләнгән программа бер кем өсөн дә мотлаҡ түгел. 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге граждандар үҙ ихтыярҙары буйынса ГТО тапшыра ала. Комплекс 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар, һынауҙар һаны кешенең енесенә һәм йәшенә ҡарап үҙгәрә. Ағымдағы йыл дауамында ғына районда 200-ҙән ашыу кеше нормаларҙы үтәп, ГТО билдәләре менән наградланған, уларҙың 140-ы — алтын билдәгә лайыҡ булған. Әйтергә кәрәк, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр ҙә ГТО комплексын тапшырыуҙан мәхрүм ителмәгән. Улар өсөн инвалидлыҡ төркөмөнә ярашлы махсус һынауҙар һәм нормативтар билдәләнгән. Район инвалидтар йәмғиәтенең йылды йомғаҡлаусы ҙур сараларының береһе нәҡ ГТО нормативтарын тапшырыуға арналды.

«Батыр» ФҺК-һына физик мөмкинлектәрен һынап ҡарарға 11 ауыл биләмәһенән 40-тан ашыу кеше килде. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Р. Ю. Рәхмәтуллин тәбрикләне.

— ГТО комплексын тапшырып ҡарарға теләүселәр йылдан-йыл күбәйә бара. Был бик ҡыуаныслы. Тимәк, спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылығыусылар ишәйә. Инвалидтар йәмғиәтенең саранан ситтә тороп ҡалмауы шулай уҡ һөйөнөслө күренеш. Көстәрҙе самалап ҡарауҙан, еңеү шатлыҡтарынан үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ артһын, дуҫтар менән аралашыуҙан бөгөнгө көн бары тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырһын, — тине Радик Юлай улы.

Район инвалидтар йәмғиәте «Батыр» ФҺК-һы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Йыл дауамында бергәләп уҙғарған спорт саралары — спартакиадалар, ярыштар бихисап. Һәр ваҡыттағыса ихлас ҡабул иткән физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре исеменән директор Т. С. Сәйфуллин сәләмләне. Спорттың физик һәм рухи сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһон һыҙыҡ өҫтөнә алып, ФҺК-ға ошондай сараларҙан тыш теләгән ваҡытта шөғөлләнергә килегеҙ, тип саҡырҙы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә бассейнға 50 процентлыҡ ташлама ҡаралыуын да иҫкә төшөрҙө Таһир Сәлимйән улы.

Сараның тантаналы өлөшөн музыкаль яҡтан Амангилде ауыл биләмәһенән Фирғәт Өмөтҡужин моңло йырҙары менән биҙәне. Асҡарҙан инвалидтар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы Гүзәлиә Фәттәхова, ойошма рәйесе урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова менән бергә, үҙен алып барыусы ролендә һынаны. Ошо көндәрҙә Италияла барған XIX Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй командаһы составында тау саңғыһы спорты буйынса ҡатнашыусы Рысҡужа егете Зөлфир Зәйнуллинға уңыштар теләп, кескәй генә флешмоб та ойошторҙолар.

ДЮСШ тренеры Ә. Ғ. Усманова ГТО нормативтары менән таныштырып үткәс, сәмле ярышҡа старт бирелде. Ҡыҫҡа дистанцияларға йүгереү, отжимание, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пресс эшләү, алға иңкәйеү, теннис тубын сәпкә ташлау, йөҙөү, атыу буйынса һынауҙарҙы барыһы ла тырышып-тырмашып лайыҡлы үтте. Судьялар йомғаҡ яһағансы ГТО буйынса ҡыҙыҡлы викторина үткәрелде.

Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн миҙалдар тапшырылды. Урындар түбәндәгесә бүленде: 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алһыу Яҡупова (Таштимер) һәм Гүзәлиә Фәттәхова (Асҡар) — беренсе, Зилдә Баһауетдинова (Хәмит) — икенсе, Римма Ҡунафина (Сиҙәм) — өсөнсө; ир-егеттәрҙән Флорид Кәримов (Дәүләтша) һәм Юлай Аҙнабаев (Иҫке Балапан) — беренсе, Нур Аллаяров (Әбделғәзе) — икенсе, Илнур Сафиуллин (Сиҙәм) өсөнсө. 40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мәйсәрә Фәйзуллина (Амангилде) — беренсе, Миңзәлә Хәйуллина (Буранғол) — икенсе, Рәйсә Ғәбитова (Таштимер) — өсөнсө; ир-уҙамандарҙан Илшат Дәүләткирәев (Михайловка) — беренсе, Дим Ғәббәсов (Ҡаҙмаш) — икенсе, Мөхәрләм Әғзәмов (Әүмеш) — өсөнсө.

Команда иҫәбендә Таштимер ауыл биләмәһе — беренсе, Асҡар һәм Амангилде — икенсе, Әлмөхәмәт, Хәлил, Байым, Буранғол биләмәләре өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ГТО комплексына ингән һынауҙарҙы үтеүҙәре тураһында сертификаттар менән бүләкләнде.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: