+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Декабрь 2019, 10:55

Бындай ҡарар кешелек тарихында булған юҡ ине...

В. Путин Рәсәй спортсылары буйынса ВАДА сығарған ҡарарҙы аҡылға һыйҙырып булмай, тип белдерҙе

Йыллыҡ матбуғат конференцияһы мәлендә ил етәксеһе спорт тирәләй барған ығы-зығыны ла ситләп үтмәне. Ул Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлығының Рәсәйҙе халыҡ-ара спорт ярыштарынан, шул иҫәптән Олимпия уйындарынан ситләтеү башҡа һыймаҫлыҡ хәл һәм сәйәси сағылыш йөрөтә, тине.
“Бынан алдағы Олимпия уйындарында ла беҙҙең спортсылар нейтраль флаг аҫтында сығыш яһарға мәжбүр булғайны, әммә ВАДА һәаман үҙ сәйәстен алып бара һәм кешелек тарихында быға тиклем булмаған хоҡуҡһыҙ аҙымдары менән шаҡ ҡатыра”, — тине Президент.
“Әгәр бөгөн беҙҙең Олимпия комитетына ҡарата допинг буйынса бер ниндәй дәғүәләр юҡ икән, Рәсәй спортсылары Рәсәй байрағы аҫтында сығыш яһарға тейеш. Ә ҡасандыр булған хәлдәрҙе сығарып, ситләтеү тураһында ҡарар менән бөгөнгө спортсыларҙан үс алырға түгел. Бер спортсы ҡағиҙәне боҙған икән, яуаплылыҡты ул алырға бурыслы, ҡалған командаға зыян килтермәҫкә кәрәк.”
“Беҙ Рәсәй спорты таҙа булһын өсөн тырышабыҙ”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Билдәле булыуынса, 9 декабрҙә ВАДА башҡарма комитеты Рәсәй спортсыларын дүрт йылға халыҡ-ара ярыштарҙан ситләтеү тураһында ҡарар сығарҙы. Тимәк, дүрт йыл дауамында беҙҙең ил спортсылары Олимпия уйындарында, донъя чемпионаттарында һәм башҡа мәртәбәле турнирҙарҙа сығыш яһай алмаясаҡ. Бынан тыш Рәсәй үҙе лә бындай турнирҙарҙы уҙғарыу хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Шул уҡ мәлдә допингҡа ҡатнашлығы булмаған, йәғни “таҙа” спортсылар Олимпия уйындарына индерелә, тик улар нейтраль әләм аҫтында килә һәм еңеү яулаған осраҡта Рәсәй гимны уйнатылмай. Тимәк, беҙҙең команда киләһе йыл Токиола үтәсәк йәйге Олимпиадаға һәм 2022 йылда Катарҙа үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына бара алмай.
#ВладимирПутин
Читайте нас: