Әбйәлил намыҫын яҡлаусы йәш спортсылар келәмдә уңышлы сығыш яһаны. Ишбулды һәм Дәүләт мәктәптәрендә Рәйес Әбделғазин һәм Өлфәт Шөғүров етәкселегендә шөғөлләнеүсе көрәшселәр үҙ ауырлыҡ категорияларында призлы урындар яуланы: Вилдан Питилимов - беренсе, Динир Садиҡов, Илсур Сәйфуллин, Азат Дауытов, Илдар Хәмзин һәм Илһам Сәлихов - икенсе, Тимур Талипов өсөнсө урын алды.