+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2020, 13:25

«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең республика этабында Даушевтар командаһы ҡатнашасаҡ

2020 йылды республика «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале менән башланы. Балалар менән берлектә ата-әсәләр, өлкәндәр ҙә спорт сараларына йәлеп ителде.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған йәмәғәт проекттарында ҡатнашыу буйынса 2019 йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урын яуланы.
Был проектар араһынан «Театраль Волга буйы», «Гвардиясы», «Волга буйы федераль округы олимпиадаһы» кеүегерәктәре бигерәк тә ҙур популярлыҡ яуланы. Уларҙа башлыса мәғариф өлкәһенә ҡағылышы булған категория кешеләре – студенттар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар ҡатнашты.
2020 йылды республика «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале менән башланы. Балалар менән берлектә ата-әсәләр, өлкәндәр ҙә спорт сараларына йәлеп ителде. Ҡышҡы уйындарҙа республика буйынса йәмғеһе йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
2-6 ғинуарҙа ғаилә спорт фестивале сиктәрендә район мәктәптәрендә күңелле старттар уҙҙы, өҫтәмә белем биреү усаҡтары ла ситтә ҡалманы. Бәйгеселәр бөтәһе 21 спорт төрө буйынса көс һынашты. Ярыштарға 16523 бала, 11148 студент, йәштәр һәм ата-әсәләр йәлеп ителде. Урындарҙа уҙған ярыштарҙа еңеп сыҡҡан иң сос, иң етеҙ спортсы ғаиләләр кисә «Батыр» ФҺК-һына йыйылды. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең муниципаль этабында ҡатнашыусы 21 ғаилә араһында Амангилденән Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар еңеүсе булды. Еңеүсе команда республика кимәлендә Әбйәлил районы исеменән сығыш яһаясаҡ. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең республика этабы 18 ғинуарҙа баш ҡаланың «Динамо» стадионында уҙа. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек!
Читайте нас: