+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар 2020, 12:10

Сәләмәтлек байрамы

«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең район этабында спортҡа битараф булмаған иң сос, иң етеҙ 21 ғаилә көс һынашты.

«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең район этабында спортҡа битараф булмаған иң сос, иң етеҙ 21 ғаилә көс һынашты.

Быйыл байрам каникулдарын әүҙем һәм сәләмәт ялға бағышлау маҡсатында «Сәләмәт быуын — сәләмәт төбәк» проекты сиктәрендә ойошторолған «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале бик күптәрҙе һыйлы өҫтәл артынан, телевизор алдында диванда ятыуҙан айырып, спортҡа йәлеп итте. 2 – 6 ғинуарҙа район буйынса 33 мәктәп үҙенең уҡыусыларын ата-әсәләре менән берлектә ғаилә спорт уйындарына йыйҙы. Саралар бөтәһе 21 спорт төрөн үҙ эсенә алды. Өҫтәмә белем биреү усаҡтары педагогтары ла көн һайын алмашлап райондың төп шыршы майҙанында мауыҡтырғыс ярыштар үткәрҙе. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса спорт саралары, төрлө бәйгеләр йәмғеһе 16523 баланы, 11148 йәш кешене, шул иҫәптән студенттарҙы һәм өлкәндәрҙе үҙенә йәлеп иткән. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивален йомғаҡлап, урындарҙа еңеп сыҡҡан иң көслө командалар үткән аҙнала «Батыр» ФҺК-һында уҙған «Күңелле старттар»ҙа мәктәп намыҫын район күләмендә яҡланы. Спорт һөйөүсе ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова сәләмләне, ярыш ҡомары, сәм, яҡшы кәйеф һәм еңеү юлдаш булыуын теләне. Уйын һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе команда иһә фестивалдең республика этабында ҡатнашасаҡ, тип дәрт тә өҫтәп ебәрҙеләр.

Командалар өс кешенән торҙо — атай, әсәй һәм бер бала. Көстәр тиң булһын өсөн, положениеға ярашлы, баланың беренсе йәки икенсе класта уҡыуы ла шарт ине. Ярышта 21 ғаилә һынау тотто: Әбделмәмбәттән Исламғоловтар, Амангилденән Даушевтар, Асҡарҙан Хайсаровтар (1-се Асҡар мәктәбе) һәм Килдейәровтар (Т. Кусимов исемендәге гимназия), Аһылайҙан Аҙнабаевтар, Байымдан Ғабдуллиндар, Буранғолдан Мөхөтдиновтар, Дәүләттән Шумихиндар, Ишбулдынан Шөғүровтар, Ишҡолдан Сәйәховтар, Рауилдән Мәхмүтовтар, Ҡаҙмаштан Моталовтар, Красная Башкириянан Манаповтар, Күсем руднигынан Ҡарағужиндар, Яңы Балапандан Һөйөндөковтар, Салауаттан Шафиҡовтар, Таҡһырҙан Һатлыҡовтар, Ташбулаттан Байтимеровтар, Таштимерҙән Хасаметдиновтар, Таштуйҙан Ғүмәровтар, Йәнгелдән Хажиндар.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренерҙары менән бергә тән яҙҙырып физзарядка эшләп алғандан һуң сарала ҡатнашыусылар стартҡа баҫты. «Атай, әсәй һәм мин — спортсы ғаилә» форматындағы ярыштар бер тында үтте. Ҡыҙыҡлы этаптар, күңелле шау-шыу, көйәрмәндәрҙең ихлас янып көйөүҙәре менән бергә дауам иткән ҡомарлы ярыш ҡатнашыусыларҙан бөтә һы-науҙарҙы ла тиҙлеккә һәм урын-еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән судьялар ваҡыт иҫәбен протоколға теүәл теркәп барҙы, бәйгеселәр яңылышҡан, ярыш шартын боҙған осраҡтарҙа «штраф»тар ҙа сәпәне. Сөнки 21 команда араһынан иң көслө, иң етеҙ спортсы ғаилә Әбйәлил намыҫын республикала аҡларға тейеш бит! Командалар биш ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы һынауҙы ла лайыҡлы үтте. Атайҙарҙың ихласлығы һәм йылғырлығы, әсәйҙәрҙең тырышлығы һәм түҙемлеге, балаларҙың сәмселлеге һәм уғата яуаплылығы, һәр команданың еңеүгә ынтылышы һәм берҙәмлеге ярышты һоҡланғыс сәләмәтлек байрамына әйләндерҙе.

Ярыш йомғаҡтары буйынса «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең муниципаль этабында Амангилденән Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар еңеүсе булды. Йәнгелдән Тимур, Юлиә һәм Арсен Хажиндар — икенсе, Асҡарҙан Илһам, Эльмира һәм Әҙеһәм Килдейәровтар өсөнсө урын яуланы. Призерҙар кубоктар һәм дипломдар менән билдәләнде. Ә бөтә ҡатнашыусы ғаиләләр ҙә район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Еңеүсе команда республика кимәлендә Әбйәлил районы исеменән сығыш яһаясаҡ. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең республика этабы 18 ғинуарҙа баш ҡаланың «Динамо» стадионында уҙа. Даушевтарға уңыштар теләйек!

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: