"Ғаилә Яңы йыл уйындары-2020" республика фестивалендә Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаусы Амангилде ауылынан Илнур, Нәйлә, Динислам Даушевтар еңеү яуланы.
Яҡташтарыбыҙ район кимәлендәге ярышта 21 ғаилә араһында еңеүгә ирешкәндә үк үҙҙәрен спортҡа һәләтле, берҙәм команда итеп күрһәтеп, республика күләмендә лә һынатмаясаҡтарына ышандырғайны. Фестиваль баш ҡаланың "Динамо" стадионында уҙҙы. "Красноусольск" шифаханаһына юлланма менән бүләкләнгән Даушевтарҙың еңеүле һөҙөмтәһенән тыш, Яңы йыл каникулдары осоронда спорт һәм мәҙәни сараларға халыҡты йәлеп итеү буйынса районыбыҙ республикала беренсе тип билдәләнеп, Дипломға лайыҡ булды. Афарин!