+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2020, 12:27

Даушевтар — еңеүсе!

«Ғаилә Яңы йыл уйындары – 2020» республика фестивалендә Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаусы Амангилде ауылынан Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар еңеү яуланы.

«Ғаилә Яңы йыл уйындары – 2020» республика фестивалендә Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаусы Амангилде ауылынан Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар еңеү яуланы.

Яҡташтарыбыҙ район кимәлендәге ярышта 21 ғаилә араһында еңеүгә ирешкәндә үк үҙҙәрен спортҡа һәләтле, берҙәм команда итеп күрһәтеп, республика күләмендә лә һынатмаясаҡтарына ышандырғайны. Өфөгә барыу билдәле булғас, улар Нил Ҡужахмәтов етәкселегендә кис һайын Амангилде урта мәктәбенең спорт залында шөғөлләнде. Ныҡышмал күнекмәләр һөҙөмтәһендә төп ярышта улар, райондағынан ҡарағанда ла, тағы күпкә яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтеп, дәғүәселәрендә еңеүгә бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырманы.

Фестиваль ошо шәмбе баш ҡаланың «Динамо» стадионында уҙҙы. «Ғаилә Яңы йыл уйындары»ның финалында бөтә Башҡортостандан иң көслө 70 команда ҡатнашты. Даушевтар 47 район командаһы араһында етеҙлеккә, тиҙлеккә ярышты.

Еңеүсе команда «Красноусольск» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде. Даушевтарҙың еңеүле һөҙөмтәһенән тыш, Яңы йыл каникулдары осоронда спорт һәм мәҙәни сараларға халыҡты йәлеп итеү буйынса районыбыҙ ҙа республикала беренсе урында билдәләнеп, Дипломға лайыҡ булды.

Нәйлә һәм Илнур Даушевтар 2007 йылда ғаилә ҡорған. Илнур Илдус улы «Абдуллин» ЯСЙ-һында мебель ҡороусы булып эшләй, Нәйлә Фәнил ҡыҙы — мәктәптә йыйыштырыусы. Йәш ғаиләлә өс бала үҫә: Илдар алтынсы, Динислам икенсе класта уҡый, 4 йәшлек Азиза балалар баҡсаһына йөрөй.

— Бөтә ғаилә менән спорт яҡлыбыҙ. Ҡатынымдың мәктәп йылдарында алған миҙалдары, грамоталары һаҡлана. Гер күтәреү, саңғы ярыштары буйынса ал бирмәгән Ҡаҙмаш мәктәбен тамамлаған Рысҡужа ауылы ҡыҙы ул. Нәйлә хәҙер ҙә саңғыла йөрөүҙе, йүгереүҙе ташламай, үҙе менән балаларҙы ла алып сыға. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһы уйынсыһы. Ә мин — ғаилә тренеры. Тәнде физик формала тотоу өсөн бөтәбеҙ ҙә көн һайын күнекмәләр яһайбыҙ. Күнекмәләр курстарын интернеттан алабыҙ, һөҙөмтә өсөн шөғөлләнәбеҙ. Балаларыбыҙҙың өсөһө лә һәләтле. «Ғаилә Яңы йыл уйындары» фестиваленең положениеһына ярашлы, унда йәше буйынса тура килгән Динисламға ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улыбыҙ уҡыуҙа ла һынатмай, гел «бишле» билдәләренә өлгәшә, — тип һөйләй ғаилә башлығы.

Даушевтар һәр яҡтан килгән ғаилә. Ауылда, районда үткән спорт ярыштарынан тыш, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Ике малайҙары ла мәктәптең бейеү ансамблендә шө-ғөлләнә. 2017 йылда «Йәш ғаилә» район конкурсында беренсе урын яулағандар.

Республика күләмендәге ҙур спорт байрамында ҡатнашыу сығымдарын үҙ өҫтөнә алған район хакимиәтенә, урынлы кәңәштәре һәм етди ярышҡа әҙерләүҙәре өсөн ДЮСШ етәкселегенә, физкультура уҡытыусыһы Н. М. Ҡужахмәтовҡа рәхмәт белдерә Даушевтар. «Красноусольск» шифаханаһына бөтә ғаилә менән балаларҙың яҙғы каникулы осоронда барырға планлаштыралар.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: