Оҙайлы ауыр күнекмәләр тырыштар өсөн генә. Тап шуның өсөн спорт менән ныҡыш, түҙемле кешеләр генә шөғөлләнә ала тиеүҙәре хаҡ. Хатта бәләкәй генә еңеүҙәр яулау өсөн дә үҙ өҫтөңдә даими эшләү мөһим.
Районыбыҙҙа спортҡа битараф булмағандар бихисап. Республика, төбәк кимәлендәге команда һәм шәхсән уңыш-ҡаҙаныштарҙан тыш, билдәле яҡташтар исеменә уҙғарылған ярыштар йыл әйләнәһенә һәм бөтә спорт төрҙәренән ойошторола килә. Тап шундай ярыш мәлендә Мәҙинә Ибраһимова бәләкәс кенә ҡыҙ менән таныша. Ҡаҙмаш ауылында йыл һайын үткән саңғы, теннис буйынса спорт бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн Аһылай ауылынан килгән Гөлназ Аҙнабаева ул саҡта беренсе класта ғына уҡый. Тренеры Рәсүл Мөхәмәткилдин, ҡыҙҙы өмөттәр бағлап, әллә ҡайҙан алып килеүе бушҡа булмай — ул беренсе урын яулай. Шул саҡта үҙе лә йәш быуынды спортҡа йәлеп итеүгә, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Мәҙинә Рәсих ҡыҙы бәләкәй еңеүсе янына килеп, саңғыны ташламауын теләй. Һәм эстән генә: «Был ҡыҙ артабан да шөғөлләнһә, уға мотлаҡ бүләк эшләйәсәкмен», — тип үҙенә һүҙ бирә. Әмәлгә ҡалғандай, ныҡышлығы ярылып ятҡан, маҡсатлы Гөлназ тәүге оло еңеүе менән ҡанатлана. Ҡаҙмашта уҙған саңғы ярыштарында йыл да призлы урындар яулап тора.
Вәғәҙә — иман. Хәҙер инде Аһылай мәктәбенең 8-се класында белем алыусы Гөлназ Аҙнабаеваға көтөлмәгән бүләк килеп төштө. Район үҙәгенән килгән билдәле балсы, эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова белем усағында линейкала спортсы ҡыҙға саңғы костюмы тапшырҙы.
— Күҙҙәре янып торған, сос ҡына бәләкәй ҡыҙ миңә шул тиклем оҡшағайны. Уның киләсәген спорт менән бәйләүен ныҡ теләнем, сөнки характерында ныҡышмалылыҡ ярылып ятыуын күрҙем, — тине Мәҙинә Рәсих ҡыҙы. — Кеше ҡайҙа уҡыһа ла, эшләһә лә, спорт, физкультура менән дуҫлыҡ кәрәк, шунһыҙ сәләмәт булып булмай. Гөлназдың яҡшы үрнәгенә башҡа балалар ҙа эйәрһен.
Аһылай мәктәбе директоры Эльвира Ғайсина ҡунаҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Баҡтиһәң, белем усағында саңғысылар байтаҡ. Самат Әйүпов, Нуршан Асҡаров, Алһыу Мырҙина, Шәфҡәт Шакиров, Нургизә Кәримова ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәпте тамамлаған Фәнзилә Ғайсина, Вадим Ғәйнуллин, Фидан Махийәнов әле лә спортта уңыштары менән һөйөндөрә. Уҡыусыларҙың спорт ҡаҙаныштарында физкультура уҡытыусыһы Рәсүл Һибәт улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Утыҙ йылдан ашыу уҡытҡан Р. Мөхәмәткилдин мәктәптә спорт залы булмауға ҡарамаҫтан, балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Ҡыш көндәре дәрестәр саф һауала үтә. Күпселеген саңғыла йөрөйҙәр. Тик уларының күптән иҫкереүенә бошона уҡытыусы. Әлеге ун ике саңғы комплектын мәктәп баҡсала йәшелсә үҫтереүҙән килгән аҡсаға һатып алған.
— Беҙҙең уҡыусылар ярыштарҙа яҡшыраҡ урындар ҙа алыр ине, саңғылар иҫкерҙе. Уларҙы яңыртырға ине, — ти Рәсүл Һибәт улы.
Гөлназ түҙмәй, бүләген кейеп саңғыға баҫты. Шәмәхә төҫөндәге ҡупшы саңғы костюмы үҙенә килешеп тора, хатта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселеге биреп ебәргән спорт башлығы ла йәтеш булды.
— Минең өсөн көтөлмәгән ҙур ҡыуаныс, быйылғы ярышта өр-яңы костюмда барасаҡмын, — тип шатлығы эсенә һыйманы ҡыҙҙың.
Ул алты йәшендә үк саңғыға баҫҡан. Ағаларынан ҡалышмай, әле мәктәптә уҡымаған көйө, улар менән бергә физкультура дәрестәрендә саңғыла йөрөгән. Хәҙер беренсе класта уҡыған һеңлеһе Айгүзәл, апайынан күреп, ошо спорт төрөн үҙ иткән. «Киләсәктә табип булырға хыялланам, кем булһам да спортты ташламаясаҡмын», — тине Гөлназ хушлашҡанда.
Беҙ мәктәптән сығыуға Аһылай уҡыусылары бер-бер артлы теҙелеп, саңғыла еләләр ине, ә иң алдан матур костюмда Гөлназ төшкәйне...