+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2020, 12:33

Саңғысылар «Ирәндек»тә йыйылды

Ҡышҡы спорт миҙгеле лә үҙ көсөнә инде — «Ирәндек» балалар лагеры базаһында саңғы буйынса ярыштар гөрләне.

Ҡышҡы спорт миҙгеле лә үҙ көсөнә инде — «Ирәндек» балалар лагеры базаһында саңғы буйынса ярыштар гөрләне.

2008 – 2009 йылғы, 1 километрлыҡ дистанцияға йүгереүсе ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы Динара Хәйбуллина, Дилбәр Баҡыева (Әбделмәмбәт) һәм Гөлназ Ғиззәтова (Ҡаҙмаш) яуланы. Ошо уҡ йәш төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр 2 километрлыҡ дистанцияла уҙышты һәм финиш һыҙығын беренсе булып Ҡаҙмаштан Нурислам Яҡупов үтте. Икенселә — Динир Насиров (Әбделмәмбәт), өсөнсөлә Шәфҡәт Шакиров (Аһылай). 3 километрға йүгереүсе 2005 – 2007 йылғы ҡыҙҙар араһында өс призлы урынды ла Әбделмәмбәт мәктәбе һылыуҙары — Юлиә, Лиза һәм Лена Исҡужиналар яуланы. Был төркөмдәге үҫмерҙәр араһында Ҡаҙмаштан Салауат Ҡаһарманов иң етеҙе булып сыҡты. Икенсе урынға Әбделмәмбәттән Тайфур Миңдейәров, өсөнсөгә Сабир Атауллин (Ҡаҙмаш) лайыҡ булды.


Шахмат буйынса район кубогы

Шәмбе көндө үҙәк район китапханаһында Әбйәлил районы кубогына шахмат буйынса турнир уҙҙы, тип хәбәр итә тренер Яхъя Ҡаҙаҡбаев. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ярыштың бағымсыһы булып, билдәле шахматсы, Атауҙы ауылы уҙаманы Нуретдин Ишмөхәмәтов сығыш яһаны — ул спортсыларға һәм еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне. Сатраш таҡта артында баш ватыусылар ҡомарлы уйындан оҙаҡ айырылғыһы килмәне. Ә еңеүселәр исемдәренә Илдар Яҡупов (Байым), Акрам Италмасов (Әбйәлил) һәм Зәкир Әхмәтшин (Красная Башкирия) лайыҡ булды. Шахматсылар ярыш өсөн уңайлы шарттар булдырған китапхана хеҙмәткәрҙәренә һәм З. Р. Исхаҡоваға рәхмәт белдерә.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: