+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2020, 17:31

Теему Хартикайнен уйнаясаҡ әле

Фин форварды Теему Хартикайнен “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән контрактты оҙайтты.

Фин форварды Теему Хартикайнен “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән контрактты оҙайтты.
Темму Хартикайнен республикабыҙҙың хоккей командаһы өсөн тағы ике миҙгел уйнаясаҡ. Яңы хеҙмәт килешеүе 2021-2022 йылдарға иҫәпләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 12 апрелендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыға “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденын тапшырғайны.
Теему Хартикайнен 1990 йылда Финляндияның Куоио ҡалаһында тыуған. “Салауат Юлаев” командаһында 2013 йылдан алып уйнай. Ҡаҙаныштары: донъя йәш спортсылар чемпионатында ҡатнашыусы (2008 йыл), донъя йәштәр чемпионатында ҡатнашыусы (2009, 2010), Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаған (2013-2014), КХЛ-да бронза миҙалға лайыҡ булған (2013-2014, 2015-2016, 2018-2019), донъя чемпионатында ҡатнашҡан (2015 йыл).
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас: