+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2020, 11:20

Биатлон бәйгеһе

Республикала киң йәйелә барған эскелеккә ҡаршы көрәшкә Әбйәлил дә әүҙем ҡушылды.

Республикала киң йәйелә барған эскелеккә ҡаршы көрәшкә Әбйәлил дә әүҙем ҡушылды. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында уҡ әле бер нисә ауыл үҙҙәрендә айыҡлыҡ хәрәкәте башлағайны. Хәҙер ул республика башлығы Р. Хәбировтың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсының тәүге этабында 52 райондан 464 ауыл ҡатнашты. Шуларҙың 48-е быйыл финал этабында ярыша. Улар араһында беҙҙең Булат ауылы ла бар.

Отставкалағы юстиция майоры, район адвокаттар бүлексәһе етәксеһе лә булып байтаҡ йылдар эшләгән Йәғәфәр Йәноҙаҡовты Әбйәлилдең оло патриоты булараҡ беләбеҙ. Күптән инде Асҡарҙа йәшәһә лә, Йәғәфәр Зиннур улы тыуған ауылы менән тығыҙ бәйләнеште өҙмәй. Был юлы ул ауыл старостаһы Сәғит Нафиҡовтың тәҡдиме менән сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса республика конкурсына ҡушылған әүҙем ауылдаштары өсөн биатлон бәйгеһе бағымсыһы булды.

Матур башланғысты булаттар дәррәү күтәреп алды. Ир-егеттәр өс төрлө трасса һалды, штраф түңәрәге, ҡарҙан пьедестал һәм пневматик мылтыҡтан атыу өсөн майҙансыҡ яһаны. Ә хужабикәләр иһә дәртле старттарҙан һуң тәмләп самауыр сәйе эсер өсөн бешеренеп-төшөрөндө. Һәм, шуныһы, һәр кем саңғыла стартҡа баҫырға ниәт итте.

Билдәләнгән ваҡытҡа йыйылған халыҡты ауыл старостаһы Сәғит Нафиҡов, бағымсы Йәғәфәр Йәноҙаҡов, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин, баш судья, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Нарынбаев сәләмләне. Ярыш тәртибе аңлатылғас бәйгене уҡыусы ҡыҙҙар асты. Уларҙан һуң сират малайҙарға етте. Саңғыға тәүләп баҫыуҙарына ҡарамаҫтан, береһе лә трассаны ташлап китмәне, артҡа сигенергә теләмәне. Уларҙың ағай-апайҙарының һәм атай-әсәйҙәренең ярышы тағы ла сәмлерәк барҙы. Һәр кем етеҙ йүгерергә һәм мәргән атырға тырышты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында мәрәйҙәр һаны буйынса призлы урындарҙы Әнүзә Ҡунаева, Рәзилә Ғәниева һәм Гүзәлиә Байбулатова алды. Ир-егеттәр араһында бәйгене ойоштороусы Йәғәфәр Зиннур улы үҙе ике төр ярышта ла өлгө күрһәтте. Ә призлы урындарҙы Азат Ғүмәров, Марсель һәм Васил Байбулатовтар алды. Еңеүселәргә алтын, көмөш һәм бронза төҫөндәге миҙалдар, грамоталар тапшырылды, иҫтәлекле бүләктәр ҙә булды.

Теләгәндәр ярыштан һуң да пневматик мытлыҡтан мәргәнлеген һынаны. Ярышҡа йомғаҡ яһағанда Марсель Байбулатов, Йәноҙаҡ Итекәев һәм Нафиҡовтар ғаиләләре спорт һөйөүселәр тип билдәләнде.

Булаттағы биатлон бәйгеһе күмәкләп күңелле сәй эсеү менән тамамланды. Й. Йәноҙаҡовтың хәләл ефете Миңлегөл Сәғит ҡыҙының ҡаҙанда бешергән тәмле былауы ла танһыҡ ризыҡ ине. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға республика этабында еңеү теләп, бәйге бағымсыһы, биләмә хакимиәте етәкселеге һәм ветерандар советы рәйесе Булат Шөғүров изге теләктәрен еткерҙе.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН.


Читайте нас: