+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2020, 11:34

Иң етеҙҙәр ярышты

«Рәсәй саңғыһы – 2020» Бөтә Рәсәй ярышы сиктәрендә «Ирәндек» ял лагерында район саңғысылары уҙышты.

«Рәсәй саңғыһы – 2020» Бөтә Рәсәй ярышы сиктәрендә «Ирәндек» ял лагерында район саңғысылары уҙышты.

Был сара йыл да «Спорт йәшәү нормаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Быйылғы спорт бәйгеһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Унда бөтәһе йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, күп кенә мәктәптәр тотош команда булып килеүҙәре маҡтаулы. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә спорттың был төрөн бик ярата икән.

Саңғы ярышын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, уның урынбаҫары Рамил Фәтхуллин асты, спортсыларға еңеүҙәр теләне. Раян Баян улы саңғы буйынса әүҙем шөғөлләнгән мәктәптәргә 3-4 пар саңғы комплекты вәғәҙә итеп ҡыуандырҙы.

Балалар 2-5 километр оҙонлоҡта, өлкәндәр 1-3 километрға уҙышты. Иң тәүге булып стартҡа ҡыҙҙар баҫты. Елдәй елгән ҡыҙҙар финиш һыҙығын уҙыу менән малайҙар кемуҙарҙан уҡтай атылды. Хатта алты йәшлек Ислам Хәкимов менән Әҙил Фәттәхов та бәләкәй арауыҡта үҙ көсөн һынаны. Уҙған йыл «Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңгән булаттар сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт яҡлы булыуҙарын күрһәтеп, ҙур команда булып саңғы юлына баҫты. Былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылдарҙан ярышҡа күп килеүҙәре ҡыуандырҙы. Саф һауала рәхәтләнеп саңғыла уҙышҡандарға көндөң һалҡынлығы ла һиҙелмәне. Әйткәндәй, спортсылар өсөн лагерҙа ҡайнар сәй, бутҡа әҙерләнде.

Ярыш һуңынан үҙ дистан-цияларында еңеүселәр билдәләнде. Мәктәп уҡыусылары араһында: 2006 – 2007 йылғылар — Тайфур Миңдейәров (Әбделмәмбәт), Юлиә Исҡужина (Әбделмәмбәт), 2004 – 2005 йылғылар — Лиза Исҡужина (Әбделмәмбәт), Инсаф Моратов (Асҡар), 2008 йылғы һәм кесерәктәр — Айҙар Мөхәмәтйәров (Күсем руднигы), Гөлназ Ғиззәтова (Ҡаҙмаш) алдынғылыҡты бирмәне.

Өлкәндәр араһында — 17-29 йәшлектәр төркөмөндә: Гүзәлиә Хәлилова (Рауил), Иштуған Мөхәмәтйәнов (Амангилде) финиш һыҙығына тәүге булып үтте.

30-39 йәштәгеләрҙән Юлиә Фәттәхова (Дәүләт), Азат Яҡупов (Ҡаҙмаш) беренсе килде.

40-49 йәшлектәрҙән Риф Ҡарағужин (Күсем), Гүзәлиә Байбулатова (Булат) еңде.

50-59 йәш төркөмөндә: Хәйҙәр Мөхәмәтдинов (Рауил), Миләүшә Хәлиловаға (Рауил) тиңләшеүсе булманы.

60 һәм унан өлкән йәштәгеләр араһында Риф Ғиззәтов (Асҡар), Сәрүәр Түләбаева (Тәпән) финишҡа беренсе килде. Иң йәш саңғысы тип Дәүләттән Әҙил Фәттәхов, иң олоһо Асҡарҙан Йәғәфәр Йәноҙаҡов танылды. Еңеүселәр һәм призерҙар грамота һәм миҙалдар, «Рәсәй саңғыһы – 2020» спорт кәпәстәре менән бүләкләнде. Уларға шулай уҡ ГТО-ның саңғы буйынса нормативын тапшырыу хаҡында таныҡлыҡтар бирелде.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: